Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Ноябрь 2021, 14:00

52 кешенең ғүмере өҙөлдө

Ә кискә ҡарай ҡотҡарыу операцияһын туҡтатып торорға мәжбүр булалар, сөнки унда метан йыйыла һәм шартлау ҡурҡынысы барлыҡҡа килә.

52 кешенең ғүмере өҙөлдө
52 кешенең ғүмере өҙөлдө

Кисә Рәсәйҙә ҙур фажиғә булды. Кемеров өлкәһендәге “Листвяжная” шахтаһында кешеләр һәләк булды.

Киң матбуғат баҫмалары хәбәр итеүенсә, иртә менән шахтала төтөн сыға. Ул саҡта унда 285 кеше булған, 239-ын тиҙ генә эвакуациялай алғандар. 46 таусының иһә шахтала ҡалыуы билдәле була. 11.30 сәғәттә 11 шахтерҙың һәләк булыуы тураһында хәбәр итәләр. Ә кискә ҡарай ҡотҡарыу операцияһын туҡтатып торорға мәжбүр булалар, сөнки унда метан йыйыла һәм шартлау ҡурҡынысы барлыҡҡа килә.

Бөгөн иртән Кемеров өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев ҡалған 35 таусыны ла һәләк булғандар тип танылыуын әйтә. Шулай уҡ алты ҡотҡарыусының да ғүмере өҙөлгән.

Был ваҡиға буйынса Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғыта, хәүефле етештереү объекттарында сәнәғәт хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоу һәм ошо сәбәпле яңылышлыҡ менән кеше үлеменә килтереү сәбәпле прокуратура тикшереү башлаған. Шахта директоры Сергей Махраков ҡулға алынған.

Генераль прокурор урынбаҫары Дмитрий Демешин белдереүенсә, фажиғәнең сәбәбе булып, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса осҡондан метан шартлауы торған. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер сығанаҡтар шартлау булмаған, шахтала күмер саңы янып киткән һәм төтөн вентиляция аша бөтә майҙанға таралған, ти.

Тәфтиш комитеты вайымһыҙлыҡ статьяһы буйынса эш башлаған. Уларҙың фекеренсә, өлкәнең Ростехнадзор инспекторҙары ер аҫтындағы тау шахтаһын тикшерҙек, тип акт төҙөгән, ә ысынбарлыҡта быны эшләмәгән.  

Фото: mail.ru/

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: