Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Ноябрь 2021, 12:57

Балалар әсәйһеҙ ҡала...

Ғүмергә ҡарата битараф булмағыҙ!

Бөйөк маҡсаттарға, яңы эштәргә һәм асыштарға илткән дә, яҡындар менән осрашыу мәлдәрен яҡынайтҡан да – юл. Шул уҡ ваҡытта сәфәргә сығыр алдынан был юлдың һуңғыһы булыу, яҡты донъянан һине мәңгелеккә алып китеү ихтималлығы берәүҙең дә башына килмәҫ. 

Ҡайһы берәүҙәрҙең ғүмере башланып та өлгөрмәйенсә туҡтап ҡала. Юл фажиғәләрендә һәләк булған балалар һанының артыуы үтә аяныс. Быйыл ноябргә тиклем республика юлдарында 16 сабыйҙың ғүмере өҙөлә. Балалар өлкәндәр тыуҙырған хәл-шарттарҙың ҡорбанына әүерелә. Яҙмыш, сабыйҙарын тартып алып, ата-әсәгә ғәйәт ауыр һынау ҡуя. Ә инде һәләкәттә ғәйеплеләр өсөн был һынау икеләтә арта төшә.

Барлыҡ водителдәр юлда ашығырға ярамағанлығын белә. Тик ҡайһы берәүҙәр ошо ябай ғына ҡағиҙәне һанға һуҡмай. Такси хеҙмәтендә эшләгән Андрей клиентты тиҙерәк барып алыу өсөн юлды ҡыҫҡарта, өҫтәүенә хәрәкәт итеү тиҙлеген сәғәтенә егерме километрға арттыра. Һөҙөмтәлә өләсәһенә ҡунаҡҡа юлланған туғыҙ йәшлек малай тәгәрмәс аҫтында ҡала. Сабый өләсәһенең күҙ алдында йән бирә.  Ә Андрей иһә, өс йылға иркенән мәхрүм ителеп, колонияға оҙатыла. Баланың ата-әсәһенең ҡайғыны кисерә алмағанын ул яҡшы аңлай, сөнки үҙенең дә ике улы үҫеп килә. Береһе – һәләк булған малайҙың йәштәше.

Рулгә иҫерек килеш ултырған­дар ҙа юҡ түгел. Бындай хәлдәр йыш ҡына фажиғә менән тамамлана. Эскән килеш йәки наркотик йоғонтоһонда рулгә ултырғандар үҙҙәренең генә түгел, шулай уҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың да ғүмерен ҙур хәүеф аҫтына ҡуя.

Хәмер күптән түгел генә әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡан егеттең бар­лыҡ өмөт-хыялдарын селпәрәмә килтерә. Алмас дуҫтары менән дембелен “йыуа”. Мәжлестән һуң ҡыҙып алған йәштәр, машинаға ултырып, төнгө сәйәхәткә сыға. Телефон шылтырауы рулгә ултырған Алмастың иғтибарын йәлеп итә. Иҫенә килгән егет түңкәрелгән машинаны, имгәнгән пассажирҙарҙы күрә. Әле генә улының хеҙмәт итеп ҡайтыуына ҡыуанған әсәгә йәштәрҙең юл фажиғәһендә һәләк булыуы хаҡында хәбәр итәләр. Асылда иһә дауаханаға алып киткәндә улар тере була. Иң кеселәре, 15 йәшлек егет, реанимация бүлегендә йән бирә. Суд Алмасты биш йыл да дүрт айға иркенән мәхрүм итә.

Үлемесле юл һәләкәттәренән һуң, ғәҙәттә, үкенеү тойғоһо, ваҡытты кирегә бороп, хаталарҙы юйыу теләге тыуа. Бөтөнләй башҡа хәлдәр ҙә була. Кристина иҫерек водитель тарафынан ҡылынған аварияла иҫән ҡала. Әйткәндәй, рулдәге әҙәм уға тиклем дә эскән килеш машина йөрөткән өсөн водитель хоҡуғынан мәхрүм ителгән була. Беренсе тапҡыр был хәлдән еңел генә ҡотолһа, икенсе юлы ғүмерҙе ҡыя – фажиғәлә 18 йәшлек ҡыҙ һәләк була. Әхирәтен мәңгегә юғалтҡан Кристина әйтеүенсә, юлда машина көтмәгәндә ҡаты бәрелә. Ҡыҙҙың башы яралана, бер аҙ ваҡыттан ҡан еҫенән аңына килә. Һуңғы көсөн йыйып, машина салонынан сыға.  Юлда ятҡан иптәшенең мәйетен күрә. Һуңыраҡ асыҡланыуынса, һәләк булған ҡыҙҙың күкрәк ситлеге имгәнгән, ҡабырғаһы һынып, үпкәһен тишкән була. Кристинаның фекеренсә, был фажиғәлә бөтә яуаплылыҡты водителгә генә йөкмәтергә ярамай, ғәйеп өсөһөндә лә, сөнки ҡыҙҙар, егеттең эскәнен белә тороп, машинаға ултырған.

Быйыл республика юлдарында иҫерек водителдәр арҡаһында 291 юл һәләкәте булған. Уларҙа 61 кешенең ғүмере өҙөлгән, 384-е имгәнгән. Башҡортостандың    ЮХХДИ идаралығы эскән килеш рулгә ултырған әҙәмдәргә ҡаршы көрәш алып барыу маҡсатында иҫкәртеү саралары ойоштора. Улар барышында 9,5 меңдән ашыу иҫерек водитель тотола. Көнүҙәк мәсьәлә булып ҡалған ошо йүнәлештәге эш артабан да дауам итә.

Юлдағы фажиғәләрҙең сәбәбе төрлө булыуы ихтимал: һауа торошо, юлдың сифаты һәм хәүеф­һеҙлеге, транспорт сараһының техник торошо, водителдең хәле һәм башҡалар.

Йәнә бер миҫал. Төркиәлә ял итеп ҡайтҡан Илмир Өфө аэропортынан тыуған йортона юллана. Самолеты таңға ҡарай ғына килеп төшкәнгә күрә, төн йоҡоһоҙ үтә. Тиҙерәк өйөнә ҡайтыу теләге менән янған ир, ял итеп тормайынса, юлға сығыу яғын ҡарай. Рулдә ойоп китә һәм ҡаршыһына килгән машинаға бәрелгәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Һөҙөмтәлә 62 йәшлек водитель һәләк була, йәнә өс пассажир йәрәхәтләнә. Илмирҙең дә хәле насар була, аяғына зыян килә. Әйткәндәй, аварияла уның бәләкәй улы ла имгәнә. Әле иһә балалары атаһының колонияла икәнен белмәй, улар өсөн Илмир – командировкала.

Айгөл дә юл фажиғәһе һөҙөм­тәләрен үҙ иңендә татый. “ГАЗель” маршрут таксиһында Стәрлета­маҡтан Ишембайға ҡайтып бар­ғанда һәләкәткә тарырмын тигән уй башҡа ла килмәне, – ти йәш ҡатын. – Таксиҙы уҙып үтергә ниәтләнгән еңел автомобиль көтмәгәндә беҙгә яҡыная башланы. Бәрелеүҙән ҡурҡып, “маршрутка” водителе рулде ҡапыл бороп ебәрҙе. “Газель”дең юлдан ситкә сығып, түңкәрелгәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ”.

Бәхеткә күрә, Айгөл иҫән ҡала, тик был фажиғәне ул бер ҡасан да онотаһы юҡ. Ҡатындың ғүмере “аварияға тиклемге” һәм “унан һуңғы” өлөштәргә бүленә. Юл фажиғәһенә тиклем ул киләсәк артынан ҡыуып, ҡыйыу пландар менән йәшәһә, әле иһә һәр көндөң ҡәҙерен белергә, күп ваҡытты туғандары һәм яҡындары янында үткәрергә тырыша.

Әйткәндәй, күптәр самолетта осорға ҡурҡа. Шул уҡ ваҡытта ерҙә юл фажиғәләре күктәгенән бай­таҡҡа күберәк теркәлә. Машинаға ултырғанда, һис тә борсолмайбыҙ. “Башҡалар менән нимә генә булһа ла, тик минең менән түгел” тигән уй менән йөрөй бирәбеҙ. Юл фажиғәләре ҡорбандарының күп булыуы был фекерҙең хаталы икәнлегенә дәлил.

Йәй Миләүшә ғаиләһе менән Таймаҫ ауылындағы өләсәһенә ҡайта. Көн эҫе булғанға күрә, туғандар, бергә йыйылып, быуаға һыу инергә китә. Апалы-һеңлеле бер туғандар магазинға барырға була.  Ҡыҙҙарҙың кесеһе рулгә ултыра. Көтмәгәндә ул машинаға идара итә алмайынса кюветҡа оса, транспорт сараһы түңкәрелә. Һуңыраҡ экспертиза күрһәтеүенсә, автомобилдең тәгәрмәсе шарт­лаған була. Рулдәге ҡыҙ әллә ни ҙур зыян күрмәй, ә бына апаһы, 35 йәшлек Миләүшә, ауыр хәлдә Күмертау ҡала дауаханаһына оҙатыла. Тик хәле яҡшырмай, йөрәге тибеүҙән туҡтай. Яҡындары был фажиғәне бик ауыр кисерә. Балалар әсәйһеҙ ҡала. Миләүшәнең кескәй улы әсәһен бик һағына, әле булһа уға шылтыратыуҙы һорап илай.

2021 йылдың ун айында республика юлдарында өс меңдән ашыу авария теркәлгән. Дөйөм алғанда, уларҙа 409 кеше һәләк булған, 3768-е имгәнгән. Фажиғәләрҙең күбеһенә (2,5 меңдән ашыуына) юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау сәбәпсе.  Ошо ун ай эсендә 816 кеше тәгәрмәс аҫтында ҡалған, 80-е һәләк булған.

Юл үҙ ҡорбандарын йәше, эш урыны, тәжрибәһе, матурлығы буйынса һайлап алмай, шуға күрә сәфәргә сыҡҡанда һаҡ булырға, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк. Һәр кешене Юл фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алыу көнө урап үтһен, тигән теләктәбеҙ. Юлда имен йөрөгөҙ!

Әхмәт хәҙрәт ӘХМӘРОВ,

Өфө ҡалаһындағы Беренсе Йәмиғ мәсетенең имам-хатибы:

– Был көндә Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Сафа улы Тажетдиндың фатихаһы менән барлыҡ мәсеттәрҙә юл фажиғәләрендә һәләк булғандар йәки зыян күргәндәр өсөн доға ҡылабыҙ. Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә, тәртипле булырға, бер-береңде ихтирам итергә кәрәк. Барығыҙға ла хәүефһеҙ юлдар, тыныслыҡ һәм Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәте!

 

Евгений ШЕРЫШЕВ, Өфө епархияһының матбуғат секретары, Өфө ҡалаһының Сергиев соборы настоятеле, протоиерей:

– Башҡортостан митропо­лияһы башлығы, митрополит Никондың фатихаһы менән был көндә бөтә ҡорамдарҙа йыназа доғалары уҡыла. Юлда зыян күргәндәр һәм һәләк булғандар, беҙҙең ярҙамға мохтаждар өсөн доға ҡылабыҙ. Ғүмерҙең беҙгә Хоҙай Тәғәлә тарафынан бүләк ителеүен оноторға, уға битараф булырға ярамай.

 

Владимир СЕВАСТЬЯНОВ, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы:

– Ошондай ҡот осҡос һәлә­кәттәрҙә иҫән ҡалған кешеләр генә ғүмер ҡәҙерен аңлайҙыр. Әле “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты тор­мошҡа ашырыла. Уға ярашлы, юлды, ниндәйҙер техник ҡорол­маларҙы төҙөкләндереүгә ҙур тырышлыҡ һәм аҡса һалына. Был сараларҙың барыһы ла йөҙҙәрсә кешенең ғүмерен ҡот­ҡарыуға йүнәлтелә. Ҡайҙалыр юлдың насарлығына, һауа торошона, ҡануниәттең камил булмауына зарланырға мөмкин, ләкин күп осраҡта юл һәләкәттәрендә кеше ғәйепле, шуға күрә ғүмеребеҙ өсөн яуаплылыҡты онотмаһаҡ ине. Барығыҙға ла хәүефһеҙ һәм хәйерле юлдар насип булһын!

 

Маргарита МОРАТБАҠЫЕВА, “Юл патруле” телепроектының баш мөхәррире. 

Читайте нас: