Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Ноябрь 2021, 13:58

Бер ҡатлылыҡ бәләһе

Фото:rassvetnews.ru

Тәртип һаҡсылары хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында иҫкәртә:

 

* сит кешеләргә банк карталары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе, йәғни шәхси идентификация һандарын әйтмәгеҙ;

* пин-кодты карта эргәһендә йөрөтмәгеҙ, уны картаға яҙмағыҙ;

* үҙегеҙҙең банк картаһын үҙаллы ҡулланығыҙ;

* видеокүҙәтеү системаһы һәм һаҡсылар менән тәьмин ителгән урындарҙағы банкоматтарҙан ғына файҙаланығыҙ;

* шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе һорап смс-хәбәр килһә, бындай мәғлүмәтте бер кемгә лә бирмәгеҙ;

* таныш булмаған номерға үҙегеҙ ҡайтанан шылтыратмағыҙ, смс ебәрмәгеҙ;

* туғанығыҙҙың бәләгә тарыуы тураһында смс-хәбәр алһағыҙ, бер ҡасан да аҡса күсермәгеҙ, башта туғанығыҙға шылтыратып ҡарағыҙ йәки таныштарығыҙ аша уның ме­нән бәйләнешкә инергә тыры­шы­ғыҙ.

 

“Проблемалар” тураһында хәбәр итәләр

 

Йыш ҡына алдаҡсыларҙың, стационар йәки кеҫә телефонына шылтыратып, үҙен танышығыҙ йәки туғанығыҙ тип таныштырыуы һәм борсоулы тауыш менән енәйәт ҡылыуҙа йәки тәртип боҙоуҙа (юл фажиғәһендә, ҡорал йәки наркотик һаҡлауҙа, кешене имгәтеүҙә) ғәйепләнеп, полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алыныуы тураһында хәбәр итеүе бар. Шул уҡ ваҡытта ул “мәсьәләне урында уҡ хәл итеү” мөмкинлеге хаҡында ла әйтә. Бының өсөн аныҡ кешегә йәки иҫәпкә аҡса күсерергә кәрәк.

Аҡса түләгән кеше бер аҙ ваҡыттан туғанының насар хәлгә тарымауын асыҡлай ҙа бит, ләкин аҡсаһынан ғына ҡолаҡ ҡаҡҡан була.

 

СМС аша үтенес белдерәләр

 

Абоненттың кеҫә телефонына: “Ҙур проблемаға тарыным, күрһә­телгән номерға шылтырат, әгәр ул яуап бирмәһә, иҫәпкә аҡса һал. Һуңынан барыһын да аңлатырмын” тигән смс-хәбәр килә. Телефон, әлбиттә, яуап бирмәй. Кеше ҡото осоп, яҡынына ярҙамға ташлана, алдаҡсыларға аҡса күсерә.

 

Кодты йыйырға ҡушалар

 

Абонентҡа бер әҙәм шылтыратып, үҙен мобиль элемтә опера­торының техник ярҙам хеҙмәткәре тип таныштыра һәм өр-яңы эксклюзив хеҙмәткә тоташырға йәки техник етешһеҙлектәрҙән ҡотолоу, элемтәнең сифатын яҡшыртыу өсөн ҡайтанан теркәлергә тәҡдим итә. Бының өсөн ул махсус кодты йыйырға ҡуша. Асылда иһә, был код абоненттың иҫәбенән алдаҡсыларға аҡса күсереү комбинацияһын тәшкил итә.

 

Штраф һалалар

 

Алдаҡсы әҙәм мобиль элемтә операторының техник ярҙам хеҙмә­тенән шылтыратыуы тураһында белдерә һәм абоненттың опера­торға әйтмәйенсә, тариф планын үҙгәртеүе (элемтә хаҡын ваҡы­тында түләмәүе, иҫкәртмәйенсә роуминг хеҙмәтенән файҙа­ла­ныуы), бының өсөн уға тәғәйен күләмдә штраф һалыныуы, уны түләү өсөн экспресс-түләү картаһы һатып алырға һәм кодын әйтергә кәрәклеге хаҡында хәбәр итә. 

 

Аҡсаны “яңылыш” күсергәндәр

 

Абонентҡа “Мобиль күсереү” ярҙамында иҫәбенә аҡса күсе­релеүе тураһында смс-хәбәр килә. Шунда уҡ таныш булмаған номерҙан шылтыратып, аҡсаның яңылыш күсерелеүе, уны шул уҡ “Мобиль күсереү” аша кире ҡайтарыуҙы һорайҙар. Абонент уйлап тормайынса, аҡсаны кире күсерә һәм иҫәбенә килгән аҡсаның да кире алыныуын асыҡлай.

 

Йәшерен мәғлүмәтте асалар

 

Абонентҡа үҙен ҡыҙыҡһын­дырған кешенең смс-хәбәрҙәре йөкмәткеһе һәм шылтыра­тыу­ҙарының исемлеге менән таны­шырға тәҡдим итәләр. Бының өсөн уға күрһәтелгән номерға 10-30 һумлыҡ смс-хәбәр ебәрергә һәм күрһәтелгән формаға ҡыҙыҡһын­дырған кешенең телефонын яҙырға кәрәк. Хәбәрҙе ебәреү менән был кешенең иҫәбенән алдан киле­шелгән хаҡҡа ҡарағанда байтаҡҡа күберәк аҡса (500 һумға тиклем) алына, ә ҡыҙыҡһындырған мәғлү­мәт килмәй.

 

Банк картаһынан аҡса урлайҙар

 

Абоненттың кеҫә телефонына уның банк картаһына блок ҡуйылыуы тураһында смс-хәбәр килә. Ентеклерәк мәғлүмәт алыу өсөн уға тәғәйен номерға шылтыратырға тәҡдим итәләр. Абонент шылтыратҡас, уға картаны хеҙмәтләндереү өсөн яуаплы серверҙың эшләмәүе тураһында белдерәләр һәм унан картаның номерын, уны теркәү өсөн пин-кодты әйтеүҙе һорайҙар. Пластик карта реквизиттарын алыу менән алдаҡсылар абоненттың аҡсаһын үҙҙәренең телефон номерына күсерә.

 

Бүләк отторалар

 

Был осраҡта алдаҡсы әҙәм абонентҡа шылтыратып, үҙен радиостанцияла алып барыусы итеп таныштыра һәм уны радиостанция ойошторған лотереяла ҙур бүләк (телефон, ноутбук, автомобиль) отоуы менән ҡотлай. Унан һуң бүләкте алыу өсөн билдәле бер иҫәпкә аҡса күсерергә кәрәклеге тураһында белдерә. Хаҡты түләү менән шылтыратыусы ла, бүләк тә юҡҡа сыға.

 

Фал һалалар, боҙом ҡайтаралар

 

Бындай енәйәттәр күпселек осраҡта күсмә тормош алып барған роман халыҡтары вәкилдәре тарафынан кеше күп йыйылған урындарҙа ла, торлаҡ секторында ла ҡылына.

Алдау ғәмәлдәре барышында улар энә, еп, йомортҡа файҙалана. Был әйберҙәр һәр ғәмәлгә ышанып барған кешенең күҙ алдында ҡарая, көлгә әйләнә йәки юҡҡа сыға. Ҡото осҡан кеше, боҙомдо ҡайтартам тип, һуңғы аҡсаһын, ҡиммәтле әйберҙәрен алдаҡсыларға бирә.

 

Социаль хеҙмәткәр тип танышалар

 

Алдаҡсылар йыш ҡына социаль хеҙмәткәр, хәйриә ойошмаһы вәкиле булып таныша. Улар граждандарҙың өйөнә, фатирына килеп, пособие йәки социаль түләү, льготалы юл йөрөү билеты, байрам йыйылмалары, арзан хаҡҡа аҙыҡ-түлек һатып алыу өсөн документ тултырырға тәҡдим итә, өлкән­дәрҙән ошо эш өсөн аҡса ала һәм “табанын ялтырата”.

Һуңғы ваҡытта кешенең ҡулын­дағы аҡсаһын әйләнешкә әле генә ингән өр-яңы өлгөләге купюраларға алмаштырып йөрөгән алдаҡсылар артты. Был осраҡта енәйәтселәр ысын аҡсаны полиэтилен пакетҡа һала һәм ҡорбаны менән һөйләш­кән арала һиҙҙермәйенсә генә пакетты гәзит йәки ҡағыҙ тултырылған икенсе пакетҡа алмаштыра. Әйткәндәй, алдаҡсылар ҡайһы саҡта гипноз да файҙалана.

 

Сит торлаҡҡа хужа булмаҡсылар

 

Был проблема торлаҡты хосусилаштырыу башланған 90-сы йылдар башынан килә. Кеше бүлмә, фатир хужаһына әүерелеп, унан үҙе теләгәнсә файҙаланыу (һатып алыу, һатыу, бүләк итеү, алмаштырыу, закладҡа һалыу) хоҡуғына эйә булды. Һөҙөмтәлә сит кешенең торлағын үҙләштереү буйынса енәйәттәр артты.

 

БАД һаталар

 

Дарыу тип биологик яҡтан әүҙем өҫтәмәләрҙе һатыуға бәйле алдау осраҡтарына анализ бындай енәйәттәрҙең билдәле бер социаль һәм йәш төркөмөнә ингән кешеләргә – өлкәндәргә, инвалидтарға, даими дауаланыуға мохтаж граждандарға ҡарата ҡылыныуын күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта был препараттарҙың дарыу түгеллеге, ә сифатһыҙ һәм нимәнән эшләнеүе билдәһеҙ булған БАД-тар иҫәбенә инеүе асыҡлана. Алдаҡсылар кешегә стационарҙа бушлай дауаланырға, әммә башта билдәле бер хаҡ түләп, ошо фирма етештергән препараттар менән дауаланырға тәҡдим итәләр. Эскерһеҙ өлкәндәр, алдаҡсыларға ышанып, был “дарыуҙарҙы” бик ҡиммәт хаҡҡа һатып ала.

 

Бурысҡа аҡса һорайҙар

 

Алдаҡсы әҙәмдәр урамда өлкән­дәр менән таныша. Аралашыу барышында улар кешенең ышанысын яулай, уның аҡсаһы барлығын асыҡлай һәм уға таможняла ҡиммәтле йөктө тотҡарлауҙары тураһында һөйләй, уны алыу өсөн процентҡа аҡса биреп тороуҙы үтенә. Бер ҡатлы өлкәндәр йыш ҡына үтенесте кире ҡаҡмай, аҡсаһын бирә. Уны ҡулға төшөрөү менән алдаҡсылар юҡҡа сыға.

 

Экстрасенс ярҙам итә

 

Енәйәттәрҙең был төрө сағыш­тырмаса күптән түгел барлыҡҡа килде. Бының сәбәбе – бағым­сылар, экстрасенстар тураһындағы телетапшырыуҙарҙың артыуы.

Ҡағиҙә булараҡ, һаулығында проблемалары булған йәки шәхси һәм ғаилә тормошо уңмаған 40-55 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар алдана. Телетапшырыуҙы ҡарағандан һуң, күптәр ялған бағымсының вәғәҙә­ләренә ышана һәм күрһәтелгән телефон һандарын йыя. Яуап биргән кеше, барлыҡ психологик алым­дарҙы ҡулланып, кешене алдаштыра һәм ғәйәт ҙур хаҡҡа телефон аша дауалай башлай. Әйткәндәй, “дауалау” хаҡы йыш ҡына бик ҡиммәткә төшә.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА