Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Ноябрь 2021, 13:59

Машинаңдан да, аҡсанан да ҡолаҡ ҡағыуың бар

voshod.bashkortostan102.ru
Фото:voshod.bashkortostan102.ru

Машина һатыусыларҙан ҡайһы берәүҙәр электрон почта аша VIN менән бергә машина тураһында мәғлүмәтте генә түгел, шулай уҡ Транспорт сараһы паспортының (ПТС) күсермәһен дә һорай.

Ҡағиҙә булараҡ, улар төҫлө фотолар йә иһә документтың бөтә биттәрен сканерҙан аша үткәреп ебәреүҙе үтенә. Ышаныслыраҡ булһын өсөн ЮХХДИ-ла теркәлеү тураһындағы таныҡлыҡтың да күсермәһен талап итә. Ә был документтар алдаҡсы­ларҙың ҡулына эләкһә, машинаңдан ҡолаҡ ҡағыуың да ихтимал.

Мәҫәлән, улар иғлан биреп, автомобилегеҙҙе икенсе кешегә һатыу өсөн ПТС фотоһын ҡуллана ала. Енәйәтселәр машинағыҙҙың фотоһын ҡуялар, хаҡын баҙарҙағынан байтаҡҡа арзан итәләр. Һатып алырға теләгән кеше табылһа, ялған һатыусы уға тикшереү өсөн VIN-ды һәм килешеү төҙөү өсөн ПТС мәғлүмәттәрен ебәрә. Артабан көтмәгәндә шылтыратып, машинаға бер нисә кеше дәғүә итеүен әйтә һәм уға бронь һалыу өсөн залог түләргә тәҡдим итә. Аҡсаны картаға күсереү менән алдаҡсылар ғәйеп була. Һатып алыусынан бөтә дәғүәләр машинаның ысын хужаһына китә, ә ул автомобилен һатыуҙары тураһында бер нимә лә белмәй булып сыға.

ПТС күсермәһенең ялған маши­наларға документ әҙерләү өсөн ҡулланылыуы ла ихтимал. Мәҫәлән, урланған машинаны икенсе төҫкә буяп, уға ысын машина ПТС-ы күсермәһенән алынған VIN-ды һуғалар һәм үҙҙәренең номеры, дилер фирма­ларының мисәте, таможня штампы һәм башҡа мәғлүмәттәр индерелгән документ эшләйҙәр. Һөҙөмтәлә урланған машина ялған документтар менән илдең бүтән төбәгенә юл ала. Ысын автомобиль хужаһына иһә видеокүҙәтеү камераларынан ҙур штрафтар, ялған машина хужаһының бурыстары, суд ҡарарҙары килә.

Шуға күрә автомобиль һатҡанда таныш булмаған әҙәмдәргә, VIN-номерынан һәм теркәү билдәһенән тыш, башҡа мәғлүмәт бирергә ярамай. Ошо ике номер буйынса ла машинаны мәғлүмәт базаларынан тикшерергә мөмкин. Һатып алыусы “тикшереү өсөн” ПТС-ты ныҡышып һорай икән, уның менән бәйләнеште өҙөү хәйерле. Ғәҙәттә, яңы хужаға ПТС ул машинаны тулыһынса һатып алғас ҡына тапшырыла.

Полиция хеҙмәткәрҙәре граждан­дарҙы уяу булырға, ошо мәғлү­мәттәрҙе өлкән туғандарына еткерергә саҡыра. Әгәр үҙегеҙгә йәки туғандарығыҙға ҡарата ошондай енәйәти ғәмәлдәр ҡылынған икән, кисекмәҫтән 102 телефоны аша полицияға хәбәр итегеҙ!

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас: