Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Ноябрь 2021, 12:34

Уйындан уймаҡ сыҡҡан...

Балалар пиротехника тауарҙары менән шаярмаһын.

Салют, ракеталар осороу, бенгал шәмдәрен яндырыу тамашалары менән ымһындырған Яңы йыл байрамы яҡынлаша. Был байрамды ололар ҙа, балалар ҙа ярата, шуға ла һәр кем уны үҙенсәлекле итеп ҡаршы алырға әҙерлекте алдан башлай. Яңы йылды шыршыһыҙ, гирляндаһыҙ күҙ алдына килтереүе ауыр. Шулай уҡ заман зауығынан баш тартмайбыҙ, яныусы һәм шартлаусы пиротехника тауарҙарын да алабыҙ. Тап ошо мәлдә пиротехника ҡулланып, бәхетһеҙлек осраҡтарына тарыу хәүефе лә янай. Яңыраҡ Өфөлә ошоға бәйле беренсе күңелһеҙ хәл теркәлде лә инде.

 Мәғлүм булыуынса, 23 ноябрҙә иртәнге сәғәт 10-да Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Өфө ҡалаһының Минһажев урамындағы 126-сы мәктәптә төтөн  таралыуы тураһында хәбәр итәләр. Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына килгәндә, белем биреү усағы бинаһының спорт ҡорамалдары һаҡланған бүлмә янған булған. Ут һүндереүгә бөтәһе  37 кеше һәм 12 берәмек техника йәлеп ителә. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Ҡотҡарыусылар 354 кешене, шул иҫәптән 324 баланы эвакуациялай. 

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр­лығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, спорт за­лындағы малайҙарҙың кейем бүлмәһендә пиротехника тауарынан сыҡҡан осҡон сәсрәп, иҙәндә торған саңғы ботинкалары һәм спорт ҡорамалы тоҡанып киткән. Етенсе класта уҡыған ике малайҙа петардалар табылған.       

Ваҡиға урынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡорт­остан буйынса Баш идаралығы тәүтикшереүселәре, һынау янғын лабораторияһы эксперттары, Рәсәй Эске эштәр министр­лығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлеге хеҙмәт­кәрҙәре эшләй. Шик аҫтында булған класс уҡыусыларының ата-әсәһен мәктәпкә саҡыртҡандар. Күреүебеҙсә, хәл етди йүнәлеш алған. Уйындан уймаҡ сыға, тигәндәй, был ваҡиғаның да фажиғәле тамамланыу хәүефе бар ине. Әлбиттә, ғәйеплеләр яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Бындай хәлдәргә юл ҡуймау өсөн балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеү буйынса иҫкәртеү сараларын күреү мөһим. Уларҙы функциональ тәғәйен­ләнеш­тәге биналар эсендә, шулай уҡ ҡы­йыҡтарҙа, балкондарҙа, ­лод­жия­ларҙа пиротехника әйберҙәрҙе ҡулланыу тыйылыуын иҫкәртергә кәрәк.

Бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс тыуҙырмағандай тойолған пиротехник тауарҙарҙың асыҡ ялҡын, осҡон һирпеүе һәм төрлө йүнәлештәрҙә хәрәкәт итеп, борғоланып осоуы (40 метрға тиклем) ҙур янғын хәүефе тыуҙыра. Уларҙың осҡононоң һәм ялҡынының тоҡаныу көсө юғары. Пиротехника тауарҙарының яныу температураһы 2000 градустан артып китә.

Шул уҡ ваҡытта республикала янғынға бәйле хәл көсөргәнешле ҡала. Халыҡты ҡазанан аралау маҡсатында яуаплы ведомстволар тарафынан аңлатыу саралары алып барылһа ла, рейдтар уҙғарылһа ла, шулай уҡ иҫкәртеү ҡорамалдары ҡуйылһа ла, көнөнә бер нисә янғын теркәлә, һәләк булғандар һаны ла арта. Ғөмүмән, йыл башынан төбәктә 10 меңдән ашыу осраҡ теркәлгән һәм уларҙа, быйыл 23 ноябргә ҡарата, 236 кешенең ғүмере өҙөлгән. Шуныһы ҡыҙғаныс, йәшәп тә өлгөрмәгән балаларҙың ғүмере ҡыйыла. Быйыл янғында 14 бала һәләк булған, йәғни былтырғыға ҡарағанда, дүрт осраҡҡа күберәк. 

Мәҫәлән, 21 ноябрҙә балалар ҡатнашлығындағы сираттағы фажиғәле хәл  Стәрлетамаҡ ҡалаһында теркәлә. Ҡаланың Демократия урамында күп балалы Ғәбитовтар ғаиләһенең йорто яна. Ут тоҡанған саҡта өйҙә 34 йәшлек ғаилә башлығы менән 12 һәм 5 йәшлек улдары, 14 йәшлек ҡыҙҙары булған. Фажиғә теркәлгән төндә әсә урындағы быяла заводында эштә булған.

Ҡотҡарыусылар һөйләүенсә, янғынды беренселәрҙән булып күршеләренең береһе күргән – ул йорттоң мансард ҡатына менеп, балаларға сығырға ярҙам иткән. Тик 12 йәшлек Эдгар, өйҙә ҡалған атаһын ҡотҡарам тип, төтөн ҡаплаған йортҡа яңынан инеп китә һәм кире сыға алмай. Һөҙөмтәлә янғында ике кешенең ғүмере өҙөлә.

Шулай итеп, Ирина һәм уның өс балаһы (оло ҡыҙҙары Ҡазанда уҡый) ауыр ҡайғы кисереп, еңел булмаған заманда урамда тороп ҡала.

20 ноябрҙә Кушнаренко районының Субай ауылында 10 балалы ғаилә йәшәгән йорт янды. Һөҙөмтәлә өй йәшәүгә яраҡһыҙ хәлгә ингән. Бәхеткә күрә, бөтәһе лә уттан имен сығып ҡотолған. Уларҙы йортҡа ҡуйылған янғын иҫкәртеүсе ҡорамал ҡотҡарған.

Хәүеф килеп тыуғанда, шунда уҡ 112 һандарына шылтыратырға кәрәк. Шулай уҡ 22 ноябрҙән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының “ышаныс телефоны” үҙгәргән, хәҙер 8 (347) 222-87-89 телефоны шылтыратыуҙар ҡабул итә.

 

Пиротехника тауарҙарын ҡул­ланыу ҡағиҙәләре:           

* Пиротехника тауарҙары биш класҡа бүленә. Ирекле сауҙала тәүге өс класс өлгөләрен генә һатыу рөхсәт ителә. 4-се, 5-се класс иһә һөнәри пиротехника һанала, шуға күрә уны һатыусының махсус лицензияһы, ә ҡулланыусының пиротехник танытмаһы булырға тейеш. 

* Көнкүреш өлгөләрен файҙа­ланыу ҙа етди әҙерлек талап итә. Пиротехника ҡумталарын ентек­ләп һайларға кәрәк. Һаҡлау урыны әҙерләнгәс, һатыусының да ышаныслыһын һайлау мөһим.

* Тауар тамғаларының техник регламент талаптарына яуап биреүенә, ҡумталарҙың төҙөк­лөгөнә, пиротехника ҡора­малдарын файҙаланыу ваҡы­тының оҙайлығына, шулай уҡ һатыусы ойошманың тейешле документтарына иғтибар итергә кәрәк.

* 16 йәштән кесерәктәргә бындай тауар һатылмай, пиротехника өлгөләренең сифат-дәрәжәһе һатып алыусының талабы буйынса махсус яҙмала ғына күрһәтелә. Байрам тантаналарында салют  үткәргәндәргә пиротехниканы ышаныслы урындарҙан ғына һатып алырға кәңәш ителә. 

Рәмилә МУСИНА.

Читайте нас: