Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Ноябрь 2021, 17:00

Биш йәшлек баланы кем ҡотҡарған?

"Стена буйлап икенсе ҡатҡа мендем, кәрнизгә йәбештем һәм бәләкәй баланы күреп, саҡыра башланым. Ул тәҙрә төбөнә килде лә ҡулын һуҙҙы..."

Биш йәшлек баланы кем ҡотҡарған?
Биш йәшлек баланы кем ҡотҡарған?

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы янғын тураһында хәбәр иткәйнек. Ике ҡатлы шәхси йортта төндә ут сығып, 34 йәшлек ғаилә башлығы һәм уның 12 йәшлек улы һәләк булды.

Был төндә өйҙә атай кеше һәм өс бала була. Әсәләре иһә заводҡа эшкә төнгө сменаға китә. Өй яна башлағанын тәүҙә 14 йәшлек ҡыҙыҡай тоя. Ул 12 йәшлек ҡустыһын етәкләп алып сыға, әммә бала кире йортҡа инеп китә һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡаса сыға алмай. Был ваҡытта өйҙә йәнә биш йәшлек сабый һәм ғаилә башлығы ҡалған була.

Бәләкәй малайҙы күршеләре ҡотҡара. Әле был мәрхәмәтле кешенең кемлеге асыҡланған. Ул, Евгений Талынев, икенсе ҡатҡа стена буйлап менә һәм сабыйҙы алып сыға.

“Ул төндә сәғәт дүрттә ҡатыным уятты һәм, күршеләрҙә янғын, ахыры, тине. Нисек өлгөрҙөм, шулай кейендем дә сығып йүгерҙем. Урамдарына ингәндә, ихатала ҡыҙыҡай йүгереп йөрөй ине. Ул өйҙә яҡындары ҡалғанын әйтте. Стена буйлап икенсе ҡатҡа мендем, кәрнизгә йәбештем һәм бәләкәй баланы күреп, саҡыра башланым. Ул тәҙрә төбөнә килде лә ҡулын һуҙҙы. Баланы тартып алдым һәм кәрнизгә тотондом. Төшкәс, ҡыҙыҡайға ҡустыһын бирҙем дә, беҙгә барығыҙ, тинем. Ҡыш бит, ныҡ һыуыҡ ине. Өйҙә ныҡ төтөн... Башҡаларҙы ҡотҡарып булманы шул. Үҙемде герой тип иҫәпләмәйем, минең урында бөтәһе лә шулай итер ине”, – тигән Евгений.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында ирҙе баланы ҡотҡарғаны өсөн бүләкләү мөмкинлеген ҡарайҙар.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: