Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Ноябрь 2021, 11:00

Хоҙайҙың ҡөҙрәте был!

Ҡотҡарыусыларҙы, шул иҫәптән Александрҙы ла һәләк булған тип таныйҙар һәм үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлайҙар. Ә ул...

Хоҙайҙың ҡөҙрәте был!
Хоҙайҙың ҡөҙрәте был!

Кемерово өлкәһендә булған ҡот осҡос фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек инде. Шахтала метан шартлап, 46 таусы ер аҫтында ҡала. Һөҙөмтә ҡурҡыныс: эшселәрҙең бөтәһе лә, шулай уҡ уларға ярҙамға тип килгән алты ҡотҡарыусы һәләк була.

Ошо ҡотҡарыусылар араһында 51 йәшлек Александр Заковряшин да була. Ул Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында ун йыл эшләгән, взвод командиры ярҙамсыһы. Ә белеме буйынса - табип. Звено составында зыян күргән кешеләргә беренсе ярҙам күрһәткән.

Әлеге шахтала бәлә булыу менән алты тау ҡотҡарыусыһынан торған звено ер аҫтына төшөп китә. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, улар бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай. Заковряшиндың өс коллегаһын үлгән килеш табалар. Ҡалғандарын, шул иҫәптән Александрҙы ла һәләк булған тип таныйҙар һәм үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлайҙар.

Ә кисә... ир үҙаллы ер аҫтынан килеп сыға! Шахтала төнө буйы булып, иртәгәһенә генә сыға ала. “Ҡайһы саҡта аңымды юғалта инем. Бынан һуң ятып торҙом, ун сәғәт тирәһе тик яттым. Бәлки, 12 сәғәттер. Ә аҙаҡ үҙемде көсләп алға табан барырға мәжбүр иттем”, – тип һөйләгән ул табиптарға.

Ҡотҡарыусы саф һауа килгән яҡҡа ҡарап барған, һөҙөмтәлә ҡотҡарыусылар янына килеп сыға алған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Чуприян Заковряшиндың иҫән ҡалыуын “мөғжизә” тип атаған. Әле ир дауаханала. Ул ныҡ өшөгән һәм һөрөм газы менән ағыуланған. Ә дөйөм алғанда, хәле яҡшы тип билдәләнә.

Ул үҙен герой тип иҫәпләмәй. “Был беҙҙең эшебеҙ”, – тип әйткән.

Әйткәндәй, уның улы, 26 йәшлек Дмитрий атаһын ерләргә тип ҡайтырға йөрөгән саҡта, уның тере икәнлеген белеп ҡыуанған.

“Шундай шатмын. Беҙгә атайымды үлгән тип хәбәр иткәйнеләр бит. Яҡынымды ерләргә ҡайтырға әҙерләнә инем. Ә бына ҡалай килеп сыҡты!” – тигән ул.

Ысынлап та, мөғжизә бит был. Ҡотҡарыусыға оҙон ғүмер һәм һаулыҡ теләйбеҙ. 

Фото: pravmir.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: