Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Ноябрь 2021, 18:00

Мунсала - 44 йәшлек ир кәүҙәһе

Ике районда бер үк төрлө фажиғә теркәлде.

Мунсала - 44 йәшлек ир кәүҙәһе
Мунсала - 44 йәшлек ир кәүҙәһе

Белорет районының Ломовка ауылындағы Ленин урамында ҡот осҡос янғын булған.

Бер ҡатлы төкәтмәле ағас йорт янған. Ул ғына ла түгел, ут мунсаны ла ялмаған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан янғын һүндереүселәр килеп, ике сәғәт тирәһе һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мунсала һәләк булған 1977 йылғы ир кәүҙәһе табыла.

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында ла бөгөн Киров урамындағы йортта янғын сығып, ир кеше янып үлгән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәхетһеҙ осраҡтар йышайҙы. Ҡотҡарыусылар хеҙмәте фажиғәле сәбәптәргә тарымаҫ өсөн ут менән һаҡ булырға, йорт эсендә тәмәке тартмаҫҡа, йылытыу приборҙарын даими тикшереп торорға саҡыра.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: