Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Ноябрь 2021, 19:00

Шундай фажиғәлә иҫән ҡалғайны ла бит...

“...Күрәһең, ҡабырғаһы үпкәһен тишкән булғандыр. Табиптар операция яһаны. Тик..."

Шундай фажиғәлә иҫән ҡалғайны ла бит...
Шундай фажиғәлә иҫән ҡалғайны ла бит...

Быйыл 10 октябрҙә күрше Татарстанда ҙур фажиғә булғайны. Парашютсылар һикереү өсөн тәғәйенләнгән самолет ҡоланы. Унда 16 кеше һәләк булды, алтау иҫән ҡалды. Улар араһында Өфө кешеһе Вадим Фәхретдинов та булды.

Ирҙең ул саҡта ике урындан умыртҡа һөйәге, ҡабырғалары һынды, ябыҡ баш мейеһе йәрәхәтләнде. Ул оҙайлы ваҡыт Яр Саллы ҡалаһы дауаханаһында реанимацияла ятты, аҙаҡ Өфөлә дауаланыуын дауам итте.

Ә ошо көндәрҙә ул вафат булған. Был турала иптәше Урал Нуриев хәбәр итә.

“Хәле насарланып китте - тын алыуы ауырлашҡан. Вадим баш ҡаланың 6-сы дауаханаһына мөрәжәғәт итте. Күрәһең, ҡабырғаһы үпкәһен тишкән булғандыр. Табиптар операция яһаны, ул уңышлы үтте тип әйтте. Хәле лә тотороҡло ине, яҡшыра башланы. Тик ҡапыл ҡан баҫымы түбәнәйгән һәм уны ҡотҡара алмағандар”, – тип һөйләй дуҫы.

Билдәле булыуынса, Вадим төркөмдә парашюттан һикереү менән шөғөлләнгән. Минзәләлә самолеттар 4000 метрға тиклем күтәрелгән, шуға күрә күнекмәләр үткәреү өсөн ул шунда йөрөгән. Был аварияға тиклем бер йыл алда ир аяғын һындырған. Йыл буйы дауаланып, аяҡҡа баҫҡас, 10 октябрҙә беренсе тапҡыр һикерергә тейеш булған.

Дуҫы белдереүенсә, Вадим самолет ҡолаған видеоны күрһәтмәүҙе һораған, ул көндө хәтеренә төшөрөргә яратмаған.

“Фажиғә тураһында бер тапҡыр ғына һөйләне. Шоктан ҡулы һәм аяҡтары эшләмәй башлаған, битенә авиация кәрәсине ҡойолған. Ярты кәүҙәһе тышта булған, сөнки ҡолаған саҡта самолеттың артҡы өлөшө емерелгән. Тирә-яғында үлгән иптәштәренең кәүҙәһе булған. Башымда бер генә уй булды: осҡон сыҡһа, тере килеш янасаҡмын тип ҡурҡтым, ти”, – тип һөйләй Урал.

Спорт буйынса дуҫтары, парашютсылар уның ғаиләһенә ярҙам итергә аҡса йыя башлаған. Ике балаһы ҡалғаны билдәле. Бәләкәйенә йәш ярым ғына.

Фото: "Башинформ". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: