Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Ноябрь 2021, 21:00

Туй ҡот осҡос фажиғә менән тамамланған...

Кейәү егет дуҫы ултырған автомобилгә барып бәрелә. Һөҙөмтә аяныслы...

Туй ҡот осҡос фажиғә менән тамамланған...
Туй ҡот осҡос фажиғә менән тамамланған...

Бөгөн Архангел районы биләмәһендә, Өфө – Инйәр – Белорет трассаһының 51-се километрында төндә “Ford Explorer” ҡаршыһына килеп сыҡҡан "ВАЗ-2110" еңел автомобиле менән бәрелешкән.

Ике машинаның да руле артында 20-шәр йәшлек егеттәр ултырған. Сит ил маркалыһына идара иткәненең водитель танытмаһы ла булмаған.

“Уфа 1” баҫмаһы был аварияның нескәлектәрен асыҡлаған. Баҡһаң, авария урынынан алыҫ түгел кафела йәштәр туй үткәргән. Бер мәл кейәү егет ҡунаҡтарҙың береһен Архангел ауылына алып барырға булған. Ул туйҙың төп машинаһы булараҡ биҙәлгән “Ford Explorer” руленә ултырған. Әйткәндәй, кейәүҙең водитель танытмаһы юҡ. Кире кафеға ҡайтып барған саҡта иһә ул “ВАЗ-2110” менән бәрелешкән. Ә был ватан автомобиле руле артында уның дуҫы ултырған - тап шул ваҡытта туйҙан һуң өйөнә ҡайтып барған.

Һөҙөмтә аяныслы, кейәүҙең дуҫы авария урынында һәләк була. Янында 22 йәшлек ҡыҙ ултырған, уны төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға ебәргәндәр. Әлеге ваҡытта аварияның сәбәптәрен асыҡлау бара.

Фото: ЮХХДИ. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: