Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Ноябрь 2021, 16:30

Ҡамсылағандан аҡыл һеңәме?

Сектаға бер эләкһәң, ҡотолоуы ауыр.

Әхирәтем күптән иркенерәк фатир эҙләй. Тик был мәсьәлә төрлө сәбәптәр арҡаһында гел тотҡарланып ҡала. Сираттағы фатирҙы барып ҡарарға мине лә саҡырҙы ул.

  

Сәс үрә торҙо...

 

— Сәйер генә ҡатын, әйҙә, бергә барып күрәйек, – тип илауланы телефондан. Һөйләштек, барҙыҡ. 30 йәштәр тирәһендәге мөләйем ҡатын ишекте асты. Түргә әйҙүкләне.

— Ҡыҙҙар, әле генә сәйем ҡайнап сыҡты, Ҡаҙағстан күстәнәстәренән ауыҙ итеп алайыҡ, – тип аш бүлмәһенә саҡырҙы. Фатир иркен, яңы ғына ремонт эшләнгән.

— Фатирығыҙ матур, уңайлы. Ниңә һатаһығыҙ? – тип һорайым.

— Ирем менән айырылыштыҡ, мөлкәтте бүлешәбеҙ. Үҙем Ҡаҙағстан яҡтарына сығып китермен, моғайын. Унда торлаҡ осһоҙораҡ, йәшәү шарттары ла икенсе.

— Ҡаҙағстанға шуға барғайнығыҙмы?

— Изге ерҙәрҙе күреп ҡайтыр өсөн инде. Кейәүгә сыҡҡаныма 15 йыл булып китте — балабыҙ юҡ. Табиптарға йөрөү һөҙөмтә бирмәне. Бер әбейгә эс һылатырға барғайным, дауалары килеште, тик ауырға ҡалыр алдынан тәүҙә Башҡортостандағы, унан Ҡаҙағстандағы изге урындарҙы йөрөп сығырға кәрәк, тине.

— Ҡайһылай ҡыҙыҡ! Кем менән юлға сыҡтығыҙ һуң ҡурҡмайынса?

— Ҡурҡыныс түгел, ҡыҙҙар. Дауалан­ғандарҙан төркөм төҙөп, ойошма ебәрә бит ул. Ашау, йәшәү өсөн түләйһең дә, үҙҙәре ойоштора. Иман юлына баҫҡан һәр кем улар аша дауалана һәм изге урындарҙа йөрөп ҡайта ала.

— Теге әбейҙе нисек табырға була? Мин дә күренер инем уға, – тине әхирәтем.

— Әллә, һине ҡабул итерме икән? Икенсе барғанда һорашырмын әле. Уның дауалау ысулдары күп ул. Хатта боронғо ата-бабалар һымаҡ дауалай.

— Шулайҙыр шул, “ҡан ебәреү” тиң тағы, – тип шик белдерәм.

— Ҡан ебәреү үк булмаһа ла, ҡамсылау хәтәр ярҙам итә. Кеше иман юлына баҫмаһа, уға шайтандар эйәләшә, ти. Шулар арҡаһында кеше ауырыуға һабыша, эскелек, наркомания, тән ауырлығы артыуы һәм башҡа сирҙәргә дусар була, – тип хужабикә кәнфит-хәлүәләрен алдыбыҙға этә биреберәк ҡуйҙы.

Ә миндә был һөйләшеү ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Әңгәмәсебеҙҙең теле асылғас, һорауҙарҙы яуҙырҙыҡ ҡына. Уны-быны уйламай, Айгөл ихлас һөйләне.

Ҡаҙаҡ далаларына уның икенсегә барыуы икән. Бары “ер менән күк осрашҡан урында” ғына ул “донъя асылын аңлай” алған. Тап ошонда ғүмер буйы түлһеҙлектә ғәйепләгән, үҙен ниндәйҙер сиктәрҙә тотҡан (хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләгән) тормош иптәшенән ваз кискән. Иң ҡурҡынысы – бер нисә йыл элек автоһәләкәттә ғүмерҙәре өҙөлгән ата-әсәһенең йәндәре менән һөйләшкән. Улар, имеш, ҡыҙҙарына: “Ниһайәт, дөрөҫ юлға баҫтың, ризалығыбыҙҙы бирәбеҙ, айырыл, беҙгә яҡыныраҡ күсеп кил”, — тип кәңәш биргән.

Артабан Айгөл һөйләгән хәбәрҙәрҙән сәстәр үрә торҙо.

– Бала табам тиһең, үҙең иреңдән айырылғанһың. Икенсе кешегә сығаһыңмы? – тип һораным, түҙмәйенсә. Яуапты алдан күҙаллай инем инде.

— Атай-әсәйем менән аралашҡанда, улар беҙҙең төркөмдә барған егеткә төртөп күрһәтте. Шуның менән ғаилә ҡорасаҡбыҙ. Никахҡа әҙерләнәбеҙ, – тине Айгөл.

Быларҙы ишеткәс, теге дауалаусы әбейҙе үҙ күҙҙәрем менән барып күргем килде, ләкин бер нисә көндән Айгөл, шылтыратып, “имсе”нең мине лә, әхирәтемде лә ҡабул итә алмаясағын белдерҙе.

Шул уҡ аҙнала ҡатын, ашығыс рәүештә фатирын һатып, ситкә сығып та китте. Телефоны яуап бирмәй. Яҡын туғандары булмаған йәш ҡатын ҡаҙаҡ далаларында мәңгелеккә юғалмаһа ярар ине лә...

Сектаға эләккән кешеләрҙе күргән дә, аралашҡан да бар. Улар гипноз тәьҫирендә йөрөгән һымаҡ тойғо ҡала. Үҙҙәрен бер ҡасан да “мин сектала” тимәйҙәр, ойошмаһына тоғролоҡ һаҡлайҙар. Тәүге көндән үк ошо йәшәү рәүешен дөрөҫ, ә лидерҙарының һүҙен ҡанун тип ҡабул итә башлайҙар.

Үрмәксе ауылай – эләкһәң, ебәрмәй

 

Ғөмүмән, сектаға эләгеүе ҡыйынмы? Юҡ. Әлбиттә, улар аңҡы-тиңке килеп йөрөгәндәр араһынан аҙ-маҙ мөлкәте булғандарҙы үҙ селтәренә йәлеп итергә тырыша. Тап үрҙә һөйләнелгән Айгөл ишеләрҙе. Ире менән айырылышҡан, фатир аҡсаһы шәхси иҫәбенә ятасаҡ, нимә ҡушалар, шуны эшләргә әҙер...

Бынан бер нисә йыл элек секталар асыҡтан-асыҡ эш итә ине, хәҙер интернет селтәре аша эшмәкәрлек алып баралар. Баш ҡала урамдарында ла төрлө китап таратыусылар осрай. Беҙҙең халыҡтың холҡо шулайыраҡ бит: тотоп ҡарамаһа, ышанмай. Үҙебеҙгә килеп төртөлмәһә, секталарҙың беҙҙең арала эшмәкәрлеген йәйелдергәнен күрмәйбеҙ ҙә шикелле. Уларҙың йәмғиәткә ҡурҡынысы нимәлә һуң?

Секта тип идеологияһы, йәшәү рәүеше менән йәмғиәттән айырылған дини һәм дини булмаған ойошманы атайҙар. Әйткәндәй, бынан ун йыл самаһы элек эшләгәндәре бары тик дини ҡараштар менән айырылып торһа, бөгөн аҡса һуғыуға ҡоролғандары ла етәрлек. Мәҫәлән, белгестәр ҡайһы бер селтәрле маркетинг ойошмаларын да сектаға тиңләй башланы, сөнки күберәк аҡса эшләү теләге менән янғандар, бурысҡа батып булһа ла, уларҙың продукцияһын һатып ала.

Алдаҡ һүҙҙәргә ышанып, мөлкәттәрен һатып, селтәргә инеүселәр аҙмы ни? Әммә ярты йылдан был эшмәкәрлектән килем алып булмауы асыҡлана. Ни генә тимә, уларҙың планы аҡса һурыуға ғына ҡоролған. Шулай итеп, секталар психикаһы тотороҡһоҙ, ауыр хәлгә юлыҡҡан, хатта күңел ауырыуына дусар булған кешеләргә “һунар итә”. Ундайҙарҙы тыңлатыуы ла, ниндәйҙер сәйәсәтте баштарына һеңдереүе лә еңелерәк бит.

 

Ҡорбандары – беҙҙең арала

 

Йәшәйешебеҙ ҡатмарлы. Тормош ҡула­саһы зыр әйләнә, туҡтап торғаны юҡ. Уның ыңғайына йүгереүе бөтәһенең дә хәленән килмәй: кемдеңдер хәле бөтә, кемдер ырғып төшөп ҡала, тапалғандар ҙа етерлек... Ярҙамға мохтаждар, эшһеҙҙәр, яңғыҙҙар күп. Үҙ сафтарын шундайҙар менән тултырыу һәм фатирҙарын, аҡсаларын үҙләштереү менән мәшғүл сектанттар намыҫ һәм хаҡлыҡ тураһында бөтөнләй уйланмай.

Әлеге лә баяғы, Айгөл миҫалын ғына алайыҡ. Өмөтө өҙөлгән ҡатынға остоҡ ҡына ышаныс биргәндәр һәм ул, бөтә донъяһын ташлап, әсә булыу бәхетенә алданып, күрер-күрмәҫ Ҡаҙағстанға сығып киткән! Тап ошондай кешеләрҙән тере роботтар булдыра ла инде секта: банктан кредиттар алдыралар, фатирҙарын һаттыралар, ҡол итеп тоталар.

Ҡыҙғаныс күренеш, әммә был — тормошобоҙҙоң ысынбарлығы. “Беҙ нимә эшләй алабыҙ һуң, хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡайҙа ҡарай?” тиеүселәр ҙә булыр. Йәмғиәттең үҙ әүҙемлеге, уяулығы мөһимерәк икәнен онотмайыҡ. Беҙ бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы булайыҡ, кешелек сифаттарын юғалтмайыҡ.

Вадим РОЗЕНФЕЛЬД, Рәсәй Дин һәм секталарҙы өйрәнеү үҙәктәре ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе:

– Үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң динде йәмәғәт мөнәсәбәттәренең бөтә өлкәләренә лә йәлеп иттеләр. Айырыуса был христиан диненә хас күренеш. Улар хатта үҙҙәре лә был боролошҡа әҙер түгел ине. Уларҙың уҡытыусылары ла, методик базаһы ла юҡ.

Йәмғиәтебеҙ дингә яҡынайҙы, тик ул хөрәфәткә, төрлө ырымға ышаныуға күпкә яҡыныраҡ. Һөҙөмтәһен әле күрәбеҙ: күптәр ислам, православие, буддизм һәм башҡа диндәргә түгел, секталарға ылыҡты. Ә һуңғылары йомшағыраҡ кешеләрҙе шунда уҡ үҙ ауына эләктерергә әҙер тора, сөнки XXI быуат кешеләре традицион йолаларҙа үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап таба алмай. Мәҫәлән, сиркәүгә керһәң, физика ул фән түгел, ҡатын-ҡыҙ итәктә генә йөрөргә тейеш, кино ҡарарға ярамай һәм башҡа тыйыуҙарға тап булаһың. Заман кешеһе быны ҡабул итмәй. Ә сектант, киреһенсә, заманса терминдар менән эш итә, хәҙерге заман технологияларын маҡтай, гел йылмая һәм тормоштан ҡәнәғәт икәнен күрһәтә.

Бөгөн коучинг йәки алдаҡ психотренингтар заманыбыҙҙың ҙур бәләһенә әүерелде. Диндәрҙе өйрәнеүселәр был төшөнсәне психокульт тип атай. Нимә ул? Кешегә йоғонтоһо яғынан сектаға тартым форма булһа, нигеҙе психотренингка ҡоролған. Ғәҙәттә, ул нисек башлана? Танышығыҙ (туғанығыҙ, дуҫығыҙ) күтәренке кәйефтә, “күҙе дүрткә әйләнеп” килеп етә: “Әйҙә, киттек минең менән. Әле генә донъяға күҙем асылды. Быға тиклем тормошто аңламағанмын, бөгөндән яңыса йәшәй башлайым, мине аңламағандар икән” һәм ошоға оҡшаш башҡа әйберҙәр һөйләй.

Бер ваҡытта ла ул кешегә “һин яңылышаһың” тип әйтергә ярамай. Киреһенсә, эргәһенә ултырып, яҡыны­ғыҙҙың ниндәй ойошмаға эләгеүен, кемдең ауына ҡапҡанын аңларға тырышығыҙ. Хәҙер барлыҡ мәғлүмәт интернет селтәрендә бар. Ипләп кенә тренингты кем үткәргәнен һорағыҙ. Яуабын да алдан күҙаллайым: тренинг үткәреүсенең белеме – үҙаңды үҫтереү буйынса бөтә донъя академияһының дүртенсе дәрәжә дипломы. Бишенсе дәрәжәгә саҡ етмәй ҡала. Ундай академияның ысынбарлыҡта юҡ икәнен аңлатырға кәрәк.

Йәнә лә тренинг үткәреүсенең исемен интернет селтәрендә эҙләп ҡарағыҙ. Шунда уҡ бөтә мәғлүмәт килеп сығасаҡ. Иң мөһиме, был кешенең психология буйынса дәүләт юғары уҡыу йортоноң дипломы булыуы мотлаҡ. Лекцияларын ҡарап сығығыҙ. Был мәғлүмәт асыҡ булырға тейеш. Әгәр быларҙың барыһы ла юҡ икән, ул “психологтан” ҡасырға кәрәк.

Хәҙер өс-дүрт йүнәлештәге тренингтар ихтыяж менән файҙалана. Уларҙың барыһы ла көнүҙәк темаларға арналған: ҡатын-ҡыҙ бәхете, ирмен тигән ир ниндәй булырға тейеш, нисек байығырға, үҙ-үҙеңде нисек дауаларға. Иң ҡурҡынысы, әлеге тренингтарға ауыр тормош хәленә юлыҡҡан кешеләр килә. Шәхси тормошонан уңған, үҙен бәхетле һанаған ҡатын-ҡыҙ бер ваҡытта ла бындай тренингка килмәйәсәк. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ылыҡтырған, үҙ-үҙенә ышанған ир-егет тә бындай сараларҙы урап үтәсәк. Көрәп аҡса алған уңышлы кеше үҙ мөлкәтен арттырыу менән мәшғүл буласаҡ. Бындай тренингка, ғәҙәттә, тормоштан уңмаған йәки берәй бәхетһеҙлеккә осраған кешеләр килә, һәм ошо бахырҙарҙың һуңғы һуттарын һуралар ҙа инде. Ҡармаҡҡа эләккән әҙәмдәр һуңғыһын алып килә бында. Ә тренинг үткәреүселәр барыһын да матур итеп һөйләй белә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбандарға ҡарата көслө психологик саралар ҡулланыла. Кеше аҡылы менән уйнау ни тиклем хәүефле икәнен улар, бәлки, аңлап та етмәйҙер, сөнки белем кимәле етешмәй. Тәү сиратта, ҡармаҡҡа ҡапҡан кешенең башына шуны һеңдерәләр: һин быға тиклем дөрөҫ йәшәмәгәнһең. Беҙ һине хәҙер ғәҙел юлға баҫтырасаҡбыҙ. “Әлегә тиклем дөрөҫ йәшәмәгәнһең икән” тиһәләр, ҡайһыбыҙ “эйе шул” тип яуап бирмәҫ? “Бөгөндән тормошоңдо таҙа биттән башлайбыҙ” тиһәләр, ҡайһыбыҙ “юҡ!” тип ҡырт киҫер?

Бары ысын психолог бер ваҡытта ла улай тип әйтмәйәсәк. Ул, киреһенсә, үҙең эшләгән аҙымдарға таянып, тап һинең хаталарыңды төҙәтергә ярҙам итәсәк, үҙ көсөңә таянырға өйрәтәсәк. Ысын психолог бер ҡасан да кешегә бәхет, һаулыҡ, байлыҡ, уңыш вәғәҙә итмәйәсәк.

Артабан сектала эҙмә-эҙлекле рәүештә кешенең шәхесен юйҙыра башлайҙар. Дөрөҫөн генә әйткәндә, психологик аҙымдарҙы яҡшы өйрәнгәндә, быны эшләүе ҡыйын түгел. Һуңынан инде, психиканы һындырып, кешене үҙҙәренә буйһондоралар. Ҡорбандың башына шуны һеңдерәләр: һин үҙгәрҙең, хәҙер тормошоң икенсе төрлө йүнәлеш алды. Йәнәһе лә, ул хәҙер күпкә көслөрәк булып киткән. Яйлап кеше бындай тренингтарҙан тыш йәшәй алмай башлай. Тормоштоң яңы һынауы алдында улар баҙап ҡала һәм тағы ла тренингка йүгерә.

Уны был юлға баҫтырыусылар иһә әлеге сараның кәрәклеге һәм мөһимлеге тураһында даими белдереп тора. Йәнәһе лә, был – рухи үҫештең киләһе аҙымы. Әлбиттә, кеше ошо тренингтар өсөн түләргә тейеш була. Тәүге тренинг 5 – 7 мең һум торһа, икенсеһе – 30 меңдән 50 меңгә тиклем, ә бына артабанғы тренингтарҙың хаҡы 70 меңдән башлана. Шуны билдәләргә кәрәк: тренингтарға бәйлелек психиканың ныҡлы ҡаҡшауы тураһында һөйләй.

Бындай ойошмаларға тәү сиратта тормоштан уңмағандар эләгә: етәксеһе гел шелтәләй, йә ҡатыны игәй, балалары тыңламай, ата-әсәһе унан ҡәнәғәт түгел, хеҙмәттәштәре менән дә уртаҡ тел таба алмай. Ә сектаға эләгеү менән ул бөтөнләй икенсе донъяға килеп инә. Унда ул осоп-ҡанатланып бара. Бында уны ҡәҙерле ҡунаҡты көткән кеүек ҡаршы алалар, яраталар, хөрмәт итәләр. Был – оҫта ҡулланыла торған технология.

Уларҙы бер туҡтауһыҙ маҡтайҙар: һинең талантыңды йәмғиәт баһалай алмай, яҡындарың күрмәй, эштә лә күрмәмешкә һалышалар, көнләшәләр. Бындай һүҙҙәр кемгә оҡшамаҫ? Кеше шуға ла унда ашҡынып бара, башҡалар менән аралашыуы уға ҡыҙыҡ булмай.

Ә яҡындарына, әлбиттә, хәлдәрҙең бындай боролош алыуы оҡшамаясаҡ. Тик ошо мәлдә яҡынығыҙҙың ҡайҙа йөрөүе менән ҡыҙыҡһынырға һәм хәлде ҙурға ебәрмәҫ өсөн бар тырышлыҡты һалырға кәрәк, сөнки башҡаса юл юҡ. Кешене ҡотҡарыу тик яҡындарының ҡулында, ситтән ярҙам итеүсе булмаясаҡ. Әлеге хәл бик ҡыҙғаныс булһа ла, ысынбарлыҡ шулай. Психотренингтар арҡаһында ғына йыл һайын республика халҡының ете процентын юғалтабыҙ. Иң хәүефлеһе шунда: миссионерҙар асыҡтан-асыҡ эш итә һәм быға бер кем дә ҡамасауламай. Уларҙың саҡырыу ҡағыҙҙарын хатта ял урындарында ла осратырға мөмкин. Секталар күп, улар әүҙем эшләй һәм шулай йәмғиәтебеҙ граждандарын юғалтабыҙ.

 

РӘМИЛ:

– Исем-шәрифемде атауҙан баш тартам. Туғандарым танып ҡуймаһын, тип ҡурҡам. Шулай ҙа секта һәм уның менән осрашҡан кешеләр тураһында һөйләргә, киң йәмәғәтселеккә еткерергә кәрәк, тип уйлайым.

Беҙҙең ике балабыҙ бар. Өлкәненә – һигеҙ, бәләкәйенә биш йәш. Вахта менән ситтә эшләп йөрөнөм. Ҡатыным өйҙә балалар ҡараны. Әсәһе ауырып киткәс, күңел торошо ҡаҡшағандыр. Балалар менән дә сапты, әсәһен ҡараны. Яман шеш сирен үткәреүе ауырыуға ғына түгел, эргәһендәгеләр өсөн дә ауыр бирелә.

Мин вахтанан ҡайтҡас, “Бер ҡатын мине йогаға саҡырҙы, күнекмәләргә йөрөйөм әле” тип рөхсәт һораны. Күнекмәләр тәү сиратта дөрөҫ тын алыуға йүнәлтелгәйне. Тиҙ һәм яйлап тын ала ине, ҡайһы берҙә минутына 200 тапҡыр тын алырға кәрәк, тип күнекмәләр эшләне. Баҡһаң, тын алыу ярҙамында кешене трансҡа индерергә лә мөмкин икән. “Артабан шөғөлләнеү өсөн махсус курс үтергә” кәрәк тип 25 мең һум аҡса һораны, унан һуң тағы түләүле курстар үтергә тәҡдим иттеләр. Төрлө “энергетикаһы көслө” урындарға алып барҙылар. Һәр барып ҡайтыу биш мең һумға төшә ине.

WhatsApp мессенджерында махсус төркөм булдырғандар. Ҡатыным күрмәгәндә шунда инеп уҡып сыҡтым да уның ҡармаҡҡа ҡапҡанын аңланым. “Эргәгеҙҙәге кеше һеҙҙе аңламай икән, уның менән хушлашыу хәйерлерәк” тип яҙғандар ҡатыныма.

Ауырыу балалар иҫәбенә бер туҡтауһыҙ аҡса йыялар, әммә ул аҡсаның адресатына барып етмәүе көн кеүек асыҡ ине. Интернеттан ойошма тураһында мәғлүмәт уҡый башлағас, сәсем үрә торҙо. Ҡатыным курстарҙан баш тартырға йыйынмай. “Улай булғас, мин дә йөрөй башлайым” тигәйнем, “Һинең үҫеш кимәлең түбән, һине алмаясаҡтар” тип баш тартты. Курстарҙы ойоштороусы менән осраштым, ул да миңә “был курстар кәрәкмәй” тине. Психик яҡтан көслө кешене һындыра алмайҙарҙыр инде.

Иң ҡурҡҡаным – ҡатыным балаларҙы ла ошо һаҙлыҡҡа алып барып тығыр. Шуға ҡулдан килгәнсә ҡатыным өсөн көрәшеп ҡараным. Психологтарға алып барҙым, дауаханаға һалдым, әммә ярҙамы булманы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙгә айырылышырға тура киләсәк.

Секта алдында мин көсһөҙ булып сыҡтым. Ғаиләнән кәм тигәндә 200 мең һум аҡса һурып алдылар. Хәҙер ҡатынымдан әсәһенән күскән фатирҙы һалдырып алмаҡсылар. Әле юридик яҡтан ҡулдан килгәнсә ошо фатир өсөн көрәшеп ҡарамаҡсымын...

 

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Читайте нас: