Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Ноябрь 2021, 16:31

Өйрәнелһә лә, ныҡ хәүефле

СПИД донъяла иң тулы өйрәнелгән вирус булып тора. Уның тураһында 200 меңдән ашыу ғилми хеҙмәт донъя күргән. Был 30 йыл эсендә ғалимдар вирустың төҙөлөшөн, эпидемиологияһын, йәшәү циклын, аҡһымдарының функцияһын һәм башҡа яҡтарын ентекле өйрәнгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уға ҡаршы көрәш дауам итә һәм хатта ваҡыты менән киҫкенләшеп китә. Ни өсөн?

 

ВИЧ лимфоцит-хелпер тип аталған күҙәнәктәрҙе зарарлай, ә улары кешенең иммунитеты өсөн яуап бирә. Ошо күҙәнәктәрҙең һәләк булыуы ор­ганизмдың сирҙәргә ҡаршы тороу һәләтен ныҡ кәметә. Был вирус донъяла боронғо замандарҙан уҡ йәшәп килгән, әммә кеше тәненә  беренсе тапҡыр йөҙ йыл самаһы элек шимпанзе аша йоҡҡан икән.

Бөгөнгә ВИЧ-ҡа ҡаршы 20-нән ашыу төр дарыу бар (башҡа теләһә ниндәй вирусҡа ҡарағанда күберәк). Улар ҡандағы ошо вирус миҡдарын бөтөнләй тиерлек юҡҡа сығара һәм СПИД башланыуын иҫкәртә, шулай ул был ауырыуҙың әсәнән балаға күсеүен дә тотҡарлай. Әммә шуныһы ла бар: кеше күҙәнәгендәге ДНК-ға үтеп инеп, вирус унда, үҙен һиҙҙермәйенсә, оҙаҡ йылдар йәшәргә мөмкин. Был осраҡта дарыуҙар ҙа, иммун системаһының көсө лә уға йоғонто яһай алмай. Тимәк, кеше ғүмер буйы ошо сиргә ҡаршы дарыу эсеп йәшәргә мәжбүр. Генетик яҡтан ВИЧ үтә һығылмалы – ул иммун система­һының ҡаршылығын урап үтергә лә, дарыуҙарға яраҡлашырға ла һәләтле.

Әле донъяла ВИЧ менән йәшәгән кешеләр һаны – 33 миллион! Шуларҙың биш миллион самаһы дарыу ҡуллана, йыл һайын бындай препараттар алырға хәленән килмәгән ике миллион кеше үлеп ҡала.

Башҡортостанда ВИЧ менән йәшәгән кешеләр һаны быйылғы йыл башына ҡарата 20 919 сирле тәшкил итә ине. Был хаҡта күптән түгел республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ВИЧ-инфекцияны профилактикалау буйынса комитеты ултырышында хәбәр иттеләр.

– Беҙҙең төбәктә ВИЧ-инфекция менән зарарланыу күрһәткесе 100 мең кешегә ҡарата 516,4 осраҡ булды, – тип хәбәр итте ошо сарала  СПИД-ҡа һәм инфекцияларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров. – Был инфекция менән зарарланыу республиканың барлыҡ муниципалитеттарында ла күҙәтелә. Айырыуса ул Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында, Мәләүез, Көйөргәҙе, Ишембай, Иглин, Өфө райондарында йыш асыҡлана.

Баш табип  үҙ сығышында республика ҡалалары һәм ауылдарында ВИЧ-инфекцияға ҡаршы көрәш саралары тураһында һөйләне. Шулай ҙа Баш­ҡортостанда был сир буйынса эпидемиологик хәл донъя һәм Рәсәйҙеке кеүек үк насарая бара: быйылғы йыл башынан алып ВИЧ-инфекциялы 488 кеше асыҡланған, был уҙған йылғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда 1,2 процентҡа күберәк.

Республика Һаулыҡ һаҡлау ми­нистрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, һуңғы йылдарҙа ВИЧ-инфекция менән зарарланғандарҙың йәш структураһы үҙгәргән: егерме йыл элек 31 – 40 йәштәгеләр был сирлеләр ара­һында 23,1 процент алып торһа, былтыр улар ошо ауырыуҙарҙың 41 процентын тәшкил иткән; 41 – 50 йәш­тәгеләр ул саҡта 2,8 процент булһа, былтырғы күрһәткес 26,5 процент булған. Ә 21 – 30 йәштәгеләр араһында ундай сир­леләр кәмей бара: 2000 йылда улар 69 процент булһа, уҙған йылда 14,9 процентҡа ҡалған. Былтырғы йыл буйынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йөклө ҡатындарҙың 430-ында ВИЧ-инфекция табылған, йыл барышында ошондай әсәләрҙән 358 бала тыуған.

 

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Читайте нас: