Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Декабрь 2021, 21:00

Уйнайбыҙ тип ышанып сығып...

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы 12 йәшлек малай нисек үлтергән?

Уйнайбыҙ тип ышанып сығып...
Уйнайбыҙ тип ышанып сығып...

Уҙған йылдың йәйендә Башҡортостанда халыҡты тетрәндергән хәл булғайны. Баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендәге йылғала һигеҙ йәшлек ҡыҙыҡайҙың кәүҙәһе табылды. Халыҡты иң ныҡ аптыратҡаны: улы үлтереүҙә 12 йәшлек малай ғәйепләнде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ысын булып сыҡты, баланың ғүмерен үҫмер ҡыйған.

Әле был хәлдең нисек булғаны тураһында ентекләп “Башинформ” агентлығы яҙған.

2020 йылдың 21 авгусында 12 йәшлек малай (исемен шартлы рәүештә Иван тип алайыҡ) мәктәп янында һигеҙ йәшлек Ирина (шулай уҡ исеме уйлап сығарылды) менән таныша. Малай ҡыҙыҡайға дуҫлашырға тәҡдим итә һәм улар бер-береһенең телефон номерҙарын ала.

Ваня икенсе көндә ҡыҙыҡайға шылтырата һәм тышта уйнарға саҡыра. Ирина ризалаша. Тышта ул Иван менән бергә Сергей тигән малайҙың да булғанын күрә, улар таныш булмай.

Иван мәктәп артындағы ташландыҡ өйгә уйнарға саҡыра. Унда ҡыҙыҡайға хәүефле уйын тураһында һөйләй. Малай ҡыҙыҡайҙың муйынын һыға. Тик көсөн иҫәпләмәйме, ысҡындырғас, бала йығылып китә. Малайҙар Иринаны үлгән тип уйлай, сөнки йөрәге типкәнен ишетмәйҙәр.

Иван ҡыҙыҡайҙы сисендерергә була. Быны ни өсөн эшләгәнен аҙаҡ һорау алған ваҡытта аңлата алмай. Ул саҡтағы үҙ ҡылыҡтарымды аңламайым, ти. Иван иҫән ҡыҙыҡайҙың кәүҙәһен йылғаға һөйрәп төшөрөп ташлай.

Сергей һөйләүенсә, уйын алдынан Иван Иринаға, һынау аша үтһәң, үҙ бандама алам, тип вәғәҙә бирә. Ҡыҙыҡайҙың ҡулдары һәм аяҡтары менән сәбәләнә башлағанын күргәс, Сергей Иванға, ебәр, тип әйтә, тик тегеһе тыңламай, һығыуын дауам итә. Сергей үҙе лә Ивандан ҡурҡа, мине лә быуыр тип уйлай һәм ҡаса. Әммә кире саҡыра башлағас, тағы эргәһенә бара. Ивандың ҡыҙҙың телефонын һыуға ташлағанын да күрә. Бынан һуң үҫмерҙәр китә.

Өйҙәренә ҡайтып барғанда Иван таныш малай менән ҡыҙҙы күреп, уларға мәйетте күрһәтергә була. Өсәүләп яр буйына төшәләр. Был малай һөҙөмтәлә полицияға шылтырата.

Полицияға Иван уйлап сығарылған тарихты һөйләп бирә – имеш, ул Иринаны битлек һәм “Росгвардия” формаһы кейгән ир ҡулында күрә, аҙаҡ ул йылғаға ташлағандыр, ти.

Аҙаҡ асыҡланыуынса, ҡыҙ һыуға батыуҙан үлгән булып сыға.

Ирина имен ғаиләлә үҫкән. Ивандыҡы иһә - насар. Уның атаһына ике тапҡыр балаларын тәрбиәләмәгән өсөн суд ҡарары сығарып, бер тапҡыр аталыҡ хоҡуғын сикләйҙәр, аҙаҡ иһә тергеҙәләр. Әсәләре алты йыл элек сирләп үлгән. Иван ҡайһы берҙә өйөнән ҡасҡан, асарбаҡ тормошо алып барған. Психик яҡтан һау, әммә тиҙ ҡыҙыусан һәм үтә үҙ һүҙле тип табылған.

Яңынан тәрбиәләү өсөн Иванды Туймазы районындағы ябыҡ типтағы Серафимовка махсус мәктәбенә ебәргәндәр.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: