Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Декабрь 2021, 10:58

Буштың атаһы үлгән

Финанс пирамидаларына ышаныусылар һәм алданыусылар кәмемәй.

Нәсих Хәлисов коллажы.
Фото:Нәсих Хәлисов коллажы.

Яңыраҡ автобус менән баш ҡалаға барғанда күптән күрмәгән танышымды осраттым. Юлда һөйләшеп барырға кеше тап килеүенә ҡыуанып, Зөлфиә (исеме үҙгәртеп алынды – автор) янына килеп ултырҙым. Хәл-әхүәл һорашҡандан һуң танышым: “Минең хәлдәр бик шәптән түгел шул”, – тип ҡуйҙы һәм һуңғы ярты йыл эсендә үҙе менән булған ваҡиғалар тураһында бәйән итте.

“Интернет селтәрендә “Финико” компанияһы тураһында мәғлүмәт күреп ҡалдым. Тиҙ һәм еңел генә аҡса эшләп була, тип бик маҡтап яҙғас, был мөмкинлектән фай­ҙаланып ҡалыу теләге тыуҙы. Күңелдә шик­ләнеү ҙә бар ине, әлбиттә. Әммә тиҙ генә байып, ниһайәт, фатирға ремонт эшләү, машинаны ҡиммәтлерәккә алыштырыу, матур тун алыу теләге көслөрәк булып сыҡты.

Шулай итеп, бер йыл буйы ҡырып-һепереп йыйған 30 мең һум аҡсамды һалдым был ком­панияға. Бынан һуң аҙмы-күпме проценттар килә башла­ғас, мине күберәк аҡса һалырға өгөт­ләй башланылар. Май айында банктан бер миллион һум кредит алып, тағы һалдым, “Автомобиль” программа­һында ла ҡатнашырға булдым.

Сентябрь айында машиналы булырға, бынан тыш, проценттарҙан да арыу ғына табыш алырға тейеш инем. Ә улар ысынлап та тама ине! Был хаҡта сайттағы шәхси кабинетта танышып барҙым, тик уларҙы алырға өлгөрмәнем. Тәүҙә кураторыбыҙ “ундай тотҡарлыҡтар була, борсолма” тип тынысландырырға тырышты. Әм­мә борсолоуҙарым бушҡа булманы: июль айында компаниябыҙ буш ҡыуыҡ кеүек “шартланы”... Һуңынан асыҡ­ла­ныуынса, компания аҡса һалыу­сы­ларға бер ниндәй ҙә гарантия бирмәй икән. Һөҙөмтәлә мин миллион һумдан ашыу аҡса һалып, 10 мең һум ғына сығарып өлгөрҙөм. Әле ай һайын 30 мең һум самаһы кредит түләргә тура килә. Ошо сәбәпле ирем менән дә мөнәсәбәтебеҙ боҙолдо”, – тип күҙ йәшен һөртә-һөртә күңелен өйкәгән уйҙары менән уртаҡлашты танышым.

Зөлфиәне нисек тынысландырһаң да, хәле, ысынлап та, яҡшынан түгел икән шул. Кәрәкле әйбер өсөн кредит түләү ҙә ауыр. Ә инде көс түгеп, хәләл юл менән тапҡан аҡсаңды ниндәйҙер финанс пирамида өсөн алынған кредитҡа түләү башҡа һыйырлыҡ түгел.

Эйе, кешеләрҙең ышанысын яулап, уларҙың аҡсаһын һурыуға ҡоролған финанс пирамидалары тураһында бер әле генә билдәле түгел. 90-сы йыл­дарҙа уҡ “МММ” ҡармағына элә­геп, “тишек кәмә”лә тороп ҡалыусылар күп булды. Бөгөн дә алданған “пирамидасылар” армияһы кәмемәй, ә арта ғына.

Пирамида ойоштороусылар, ғәҙәттә, үҙҙәренә ҡушылырға саҡырып, яҡшы тормош, “алтын тауҙар” вәғәҙә итә. Аҡса етмәүҙән ыҙалаған, осон-осҡа ялғап йәшәгәндәрҙең шул “алтын тауҙарға” ымһыныуы шул тиклем көслө, шуға күрә улар иллюзияға бирелеп, бөтә булған аҡсаһын ҡырып-һепереп (булмаһа – кредитҡа алып) һалырға, ошо рәүешле тиҙ генә байырға әҙер. “Бына хәҙер аҡса эшләп, кредитымды ябам да башҡа уйнамайым”, – ти тәүгә пирамидаға ҡушылыусылар. Ә компания күпмелер күләмдә аҡса түләп, ҡорбанының “аппетитын” арттыра ғына. Шунан Зөлфиә кеүектәр, ҡара әле, еңел генә аҡса эшләп була икән, тип тағы кредит алып, өҫтәп аҡса һала. Финанс йәһәтенән грамоталары булмаған ошондай тиҙ ышаныусан кешеләр хәйләкәр мутлашыусылар өсөн еңел табыш булып тора ла инде.

Психологтар фекеренсә, Рәсәй халҡына шундай менталитет хас: улар община менән йәшәргә, эшләргә өйрәнгән. Шуға күрә пирамида селтәрҙәренә ҡушылырға ғына тора. Белгестәр әйтеүенсә, пирамидаларға күберәк оло йәштәгеләр ышана. Ни өсөн шулай? Сөнки улар, совет осоронда тәрбиәләнгән кешеләр булараҡ, һәр әйтелгән һүҙҙе, рекламаны дөрөҫ тип ҡабул итергә өйрәнгән.

Шулай ҙа “пирамида” яратыусылар араһында йәштәр ҙә осрай. Бер кемгә лә сер түгел, хәҙер китап менән дуҫ булмаған, буш ваҡытын интернет селтәрендә уҙғарырға яратҡан быуын үҫеп килә. Ғөмүмән, йәш быуын ғына түгел, ололар ҙа шундайға әүерелеп бара. Социаль селтәрҙәрҙәге яңылыҡ­тар таҫмаһын барлаған ваҡытта ниндәй генә мәғлүмәткә юлыҡмайбыҙ. Телевидениела ла шул уҡ хәл: әле генә яңы закон тураһында һөйләйҙәр, шунан, мәҫәлән, зоопаркта филдең балалауына күсеп китәләр, шунан реклама ҡуялар. Йәғни, бер теманы аңлап, ҡабул итеп тә өлгөрмәйбеҙ, икенсеһенә күсәбеҙ. “Инстаграм”дағы, “Тик-ток”тағы мәғлү­мәттәрҙең төрлө­лөгөн әйтеп торорға ла түгел. Былар барыһы ла кешелә “клип” алымында фекерләү ҡеүәһен формалаштыра, йәғни кеше тормошто тулы бер картина итеп түгел, ә айырым күренештәр кеүек ҡабул итә, һөҙөмтәлә логик фекерләргә, анализ­ларға өйрәнмәй. Бындай кешеләргә идара итеү ауыр түгел, улар иллю­зияға тиҙ бирелә. Ә инде пирами­даларға йөҙәрләгән кешеләрҙең, таныштарының ҡушы­лыуын күргәс: “Шул тиклем халыҡты алдамайҙарҙыр, моғайын”, – тип улар артынан эйәрә.

Финанс пирамидаларын секта ме­нән сағыштырырға ла мөмкин, сөнки уларҙы ойоштороусылар психологик алымдар менән ҡорбан­дарының аңына йоғонто яһай, ялған иллюзиялар һәм маҡсат­тар булдыра. Улар, ғәҙәттә, схеманы шулай аңлата: йәнә­һе, кешеләр аҡсаһын финанс-инвестиция фондына һала, улар, үҙ сиратында, ниндәй ҙә булһа предприятиены үҫтереүгә йүнәлтә, һөҙөмтәлә өлөш индергәндәр пассив табыш ала.

Хәҙер йәштәр араһында спорт уйындарына ставкалар ҡуйыу ҙа популярлыҡ яулай бара. Был да үҙенә күрә финанс пирамидаһы. Ошо алым менән аҡса эшләргә ынтылыусылар букмекер контораһы менән эшләйбеҙ тип уйлай, ә ысынбарлыҡта еңгән клиентҡа еңелеүселәрҙең аҡсаһы түләнә, йәғни шул уҡ финанс пирамидаһы.

Минеңсә, замананың ҙур тиҙлек менән алға үҫешеүен иҫәпкә алып, бөгөн мәктәптәрҙә финанс грамота­лылығы буйынса дәрестәр индереү талап ителә. Ә иң мөһиме, финанс хәлен нисек кенә яҡшыртырға теләһәк тә, аҡса бер ваҡытта ла буш урындан килеп сыҡмай, тигән ҡанунды онотмаҫҡа һәм һәр төрлө алдаҡтарға, буш вәғәҙәләргә ышаныу ғәҙәтенән арынырға кәрәк.

 

Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА.

Читайте нас: