Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Декабрь 2021, 19:45

Автобустың тәгәрмәстәре "осҡан"

Был хәл Өфө урамдарының береһендә була.

Автобустың тәгәрмәстәре "осҡан"
Автобустың тәгәрмәстәре "осҡан"

Үткән көндәрҙә Өфөнөң Октябрь проспектынан ҙур тиҙлектә китеп барған пассажир автобусының тәгәрмәстәре "осҡан". Был хаҡтағы видео социаль селтәрҙәрҙә таралған.

Унан күренеүенсә, тәүҙә автобустың артҡы уң тәгәрмәсе ысҡынып киткән, бер нисә секундтан – алғыһы. Бәхеткә күрә, водитель идара итеүҙе юғалтмай, автобусты юлдың ситенә ҡайыра, шулай итеп, түңкәрелмәй ҡала, башҡа транспорт менән дә бәрелешмәй. Ысҡынып киткән тәгәрмәстәр ҙә башҡаларға зыян килтермәгән.

Фото: "БашДТП" төркөмө.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: