Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Декабрь 2021, 11:00

“Морж”дар ҡаушап ҡалмаған...

Афарин, тип әйтергә генә ҡала  Нефтекаманың ҡыйыу спортсыларына.

“Морж”дар ҡаушап ҡалмаған...
“Морж”дар ҡаушап ҡалмаған...

Боҙ аҫтына киткән  бахыр йән эйәһенең ҡотолоу әмәле булмай... Березовка йылғаһы эргәһендә   бер төркөм спортсыларҙың   сынығыу менән шөғөлләнеүе , саф һауала йүгереүе   бәләгә тарыған эттең ғүмерен  ҡотҡарып ҡала.

 Нефтекама “морж”дары  күнегеү ваҡытында эттең һыуға батыуын күреп ҡалып, йәһәт кенә ярҙамға ташлана. Улар һаҡ ҡына ҡаты боҙ буйлап барып йән эйәһенә яҡынлаша һәм боҙло һыуҙан алып сыға. Афарин, тип әйтергә генә ҡала  Нефтекаманың ҡыйыу спортсыларына.

Фото:BashNews

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: