Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Декабрь 2021, 19:30

Янғында - йәнә бер ҡорбан

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә...

Янғында - йәнә бер ҡорбан
Янғында - йәнә бер ҡорбан

Был ял көндәрендә лә республикала янғын сығыу осраҡтары теркәлде.

Мәҫәлән, Салауат ҡалаһының Ленин урамындағы биш ҡатлы йорттарҙың береһендәге фатирҙа ут сыға. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, ут бишенсе ҡатты ялмап ала. Янғын һүндереүселәр килгәнсе йортта йәшәүселәр үҙҙәре хәүефле урындан сығып өлгөрә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был фажиғә ҡорбанһыҙ булмай. Утты тулыһынса "ауыҙлыҡлағас", емерелектәр араһынан ир кешенең мәйете табыла. Ике бүлмәле фатирҙың йорт-мөлкәте тулыһынса янып бөтә.

Әле ваҡиға буйынса тикшереү бара. Статистикаға ярашлы, һыуыҡ көндәр башланып, йылытыу миҙгеле етеү менән янғындар һәм унда һәләк булғандар һаны бермә-бер арта. Электр йылытҡыстарын дөрөҫ файҙаланмау, селтәргә ҙур көсөргәнеш булдырыу янғын сәбәбенә әүерелә. Тимәк, кешеләр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә етди ҡарамай. Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: ут менән һаҡ эш итегеҙ!

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: