Хәүефһеҙлек
7 Декабрь 2021, 08:17

Иғтибарһыҙлыҡтың ҙур бәләгә килтереүе бар

Ҡағиҙәләрҙе инҡар итмәйек.

Римма СОЛТАНОВАРимма СОЛТАНОВА
Фото:Римма СОЛТАНОВА

Уттың ялы-ҡойроғо юҡ, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Янғын йылдар буйы йыйған мөлкәтеңде күҙ асып йомған арала юҡҡа сығара, ғүмерҙәрҙе ҡыя.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала янғындарҙың артыуы, утта кешеләрҙең үлеү осраҡтары йыш күҙәтелеүе хәүефкә һала. Интернет селтәрен асып, яңылыҡтар таҫмаһын уҡыһаң, көн һайын тиерлек һәләк булғандар тураһындағы мәғлүмәттәргә юлығаһың...

Янғындар ни сәбәптән сыға, фажиғәләрҙе булдырмаҫ өсөн нимә эшләргә? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығының күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше буйынса Белорет район-ара бүлеге начальнигы урынбаҫары Илшат САТТАРОВҠА мөрәжәғәт иттек.

 

– Йортоңдоң янып китеүе, һарай, гараж, мунсала ут сығыуы, айырыуса ул кеше ғүмерен алып китһә – һәр саҡ ҙур фажиғә. Бындай ҡурҡыныс ваҡиғалар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең төбәктә лә йыш булып тора. Белорет районында йыл башынан бөгөнгә тиклем 290 янғын теркәлде. Был былтырғы осор менән сағыштырғанда 7,9 процентҡа аҙыраҡ. Утта һигеҙ кешенең ғүмере өҙөлдө, 11-е йәрәхәтләнде. 2020 йыл менән сағыштырһаҡ, беренсе күрһәткес  ике осраҡҡа аҙыраҡ, ә бына йәрәхәтләнеүҙәр алты осраҡҡа күберәк.

Беҙҙең бүлеккә ҡараған Бөрйән районында йыл башынан 34  янғын теркәлде (бер осраҡҡа аҙ), ике кеше һәләк булды,  былтыр ҡорбандар булмағайны. Йәй район үҙәге Иҫке Собханғолда, Иҫке Монасип ауылында бер юлы бер нисә йорттоң янып юҡҡа сығыуы тотош республиканы тетрәндерҙе.

 

– Ут сығыуҙың төп сәбәбе нимәлә?

– Янғындарҙың төп сәбәбе – электр ҡорамалдарының төҙөк булмауы, мейестән файҙаланғанда ҡағиҙәләрҙе боҙоу, ут менән һаҡһыҙ эш итеү, шул иҫәптән тәмәке тартҡанда, сүп-сар яндырғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтмәү һәм ут төртөүҙәр.

Былтыр ҙа, быйылғы йәйҙең дә эҫе һәм ҡоро килеүе янғындарҙың күп сығыуына сәбәпсе булды. Урман еҙәрендә, ҡырҙа ҡоро үлән, ағас күпләп янды. Йәйге осорҙа ҡоро, елле көндәрҙә тәбиғәт ҡосағында усаҡ яғыу, йортта мейес тоҡандырғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеү ҙур бәләгә килтерҙе.

Ошонан сығып, һығымта яһарға мөмкин – янғындарға күбеһенсә кешеләрҙең битарафлығы арҡаһында юл ҡуйыла. Шунлыҡтан ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеү кәрәклеге тураһында онотмағыҙ.

Иң элек йортта электр селтәре торошона иғтибар итегеҙ, ҡыҫҡа ялғаныу килеп сыҡмаһын өсөн, унда көсөргәнеш тыуҙырмағыҙ. Өйҙән сығып киткәндә телевизор, көнкүреш электр приборҙарын, газ плитәһен һүндерергә онотмағыҙ. Тиҙ янып китеүсән материал менән эш иткәндә, тәмәке тартҡанда һаҡ булығыҙ.  Үҙегеҙ биләгән ерҙәрҙе сүп-сарҙан, кипкән үләндән таҙартығыҙ. Бесән менән утынды торлаҡ биналар эргәһендә һаҡламағыҙ. Йәйге осорҙа ҡоро, елле көндәрҙә тышта усаҡ яҡмағыҙ, мейес тоҡандырмағыҙ, янғын хәүефе тыуҙырған эштәргә тотонмағыҙ.

Һүнеп бөтмәгән ҡуҙҙы, көлдө йорт, кәртә-ҡура тирәһенә түгеү бик хәүефле. Уларҙы һыу һибеп һүндерергә һәм айырым билдәләнгән махсус урынға илтергә кәрәк. Мейестәрҙе, төтөн юлдарын даими тикшереп тороу, йылына бер тапҡыр мөрйәләрҙе ҡоромдан таҙартыу мотлаҡ.

 

– Янғындарҙа балаларҙың ғүмере ҡыйылыуы, йәрәхәтләнеүе хәүефкә һала...

– Эйе, өлкәндәрҙең, ғәмһеҙлек күрһәтеп, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыуы һәм уларҙың ут менән шаярыуы ҡот осҡос эҙемтәләргә килтерә – быйыл республикала 13 бала янғын ҡорбаны булды.

Бәхеткә күрә, беҙҙең төбәктә 2020-2021 йылдарҙа утта бер бала ла һәләк булманы һәм йәрәхәтләнмәне. Әммә тынысланырға иртәрәк әле, хәүефле осраҡтар теркәлеп тора. Мәҫәлән, йыл башында Белорет ҡалаһындағы күп фатирлы йортта янғын сыҡты, бәлә арҡаһында икенсе ҡатта урынлашҡан фатир ярайһы зыян күрҙе. Тикшереү барышында түбәндәгеләр асыҡланды: 2017 һәм 2018 йылғы ике бала диванға ут төртә, ә был ваҡытта уларҙың ата-әсәһе иҫереп йоҡлап ятҡан була. Күршеләр ут сыҡҡанын ваҡытында абайлап ҡалмаһа, был осраҡ фажиғә менән тамамланыр ине.

Балаларҙы бер ҡасан да өйҙә ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларға мейесте һәм йылытҡыстарҙы ҡарап торорға ҡушмағыҙ, шырпыны буйы етмәҫлек ергә йәшерегеҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ. 3–7 йәшлек балалар йыш ҡына ололарҙың ҡылығын ҡабатлай, улар кеүек нимәлер эшләп ҡарарға маташа, ә инде йортта яңғыҙҙары ҡалғанда үҙаллы эшмәкәрлек итеү теләге бигерәк тә көсәйеп китә.

Балаларҙың ут менән шаярыуы арҡаһында килеп сыҡҡан проблема бик киҫкен тора. Беҙҙең, ололарҙың, төп бурысы – фажиғәләрҙе иҫкәртеү. Сабыйҙарҙың бәләгә осрауында иң тәүҙә үҙебеҙ ғәйепле.

Балаларға кире өлгө күрһәтмәгеҙ: улар алдында тәмәке тартмағыҙ, ҡараңғы бүлмәне яҡтыртам тип, ҡағыҙ яндырмағыҙ. Йортта төҙөк булмаған йәки ҡулдан эшләнгән электр приборҙарын тотмағыҙ. Хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән сертификаты һәм электр сығанағынан автоматик һүндереү өсөн махсус ҡоролмаһы булған приборҙарҙы ғына ҡулланырға тырышығыҙ. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бәләкәй генә иғтибарһыҙлыҡтың ҙур бәләгә алып килеүе ихтимал!

Бындай фажиғәләргә юл ҡуймау маҡсатында янғын иҫкәртеү прибор­ҙары урынлаштырырға кәрәк. Ошо йүнәлештә беҙ маҡсатлы эш алып барабыҙ: быйыл Белорет районында – 1335, Бөрйәндә  945 янғын иҫкәртеү ҡулайламаһы ҡуйылды.

 

– Күпселек осраҡта эскән кешеләр, социаль хәүеф төркөмөнә ҡараған граждандар янғын сығыу хәүефен тыуҙыра. Уларҙың йорттарында ут сығыу осраҡтары йыш теркәлеп тора. Балалар менән фажиғәгә килтерә яҙған был осраҡ та шуны дәлилләй...

– Дөрөҫ әйтәһегеҙ, эскән кеше уяулығын юғалта йә тәмәке тоҡандырып йоҡлап китә. Насар ғәҙәттәре булғандар үҙенең генә түгел, яҡындарының, күршеләренең дә ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Кеше аҙаҡ үҙ ғәйебен аңлай ҙа ул, ләкин һуң була. Ә ҡайһы берәүҙәр быны аңлап та өлгөрмәй, мәңгелеккә күҙҙәрен йома.

Быйыл Белорет районында теркәлгән һигеҙ янғын фажиғәһенең бишәүһендә, ә Бөрйәндә ике осраҡта ла иҫерек кешеләр һәләк булған.

Статистика мәғлүмәттәре күр­һәтеүенсә, торлаҡ йорттарҙа янғындарҙың күпселек өлөшө алкоголь ҡулланған кешенең тәмәке тартыуынан килеп сыға. Бындай янғындарҙың сәбәбе бер-береһенә оҡшаш: ғәҙәттә, иҫерек тәмәке тартҡан килеш йоҡлап китә, тәмәкеһе ҡулынан төшә һәм унан түшәк, йыһаз төтәй башлай. Тәмәке төпсөгө бер аҙҙан һүнә, әммә ул тоҡандырған ут бөтә бүлмәне, ваҡытында һүндерелмәһә, тотош фатирҙы  ялмап ала. Кеше өс минут эсендә һөрөм газының үлемесле дозаһын ала.

Тәмәке төпсөгөн тәҙрәнән ташлау ҙа, күрше фатир балконына төшөп, бәләгә килтереүе ихтимал. Йыш ҡына эскән кешеләр плитәгә ҡуйған  ашты һүндерергә, яғылған мейесте ҡарарға онота, электр ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул үҙенең генә түгел, сит кешеләрҙең дә ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.

Асоциаль тормош алып барған граждандарҙы иғтибарығыҙҙан ситтә ҡалдырмағыҙ – уларҙың вайымһыҙлығы арҡаһында һеҙҙең бәләгә тарыуығыҙ ихтимал. Ундай граждандар һеҙҙең эргәлә йәшәһә, йыш “ҡунаҡ” булырға яратһа, власть органдарына хәбәр итегеҙ.

 

– Илшат Мөнир улы, барыбыҙ ҙа һағынып көтөп алған Яңы йыл байрамы яҡынлаша. Быйыл беҙ уны былтырғы кеүек йәнә ҡатмарлы коронавирус панде­мияһы шарттарында ҡаршы алабыҙ. Сикләүҙәр булһа ла, байрам барыбер билдәләнәсәк. Был осорҙо хәүефһеҙ итеп үткәрер өсөн нимәләр кәңәш итер инегеҙ?

– Яңы йыл байрамы – күңелле, шатлыҡ-ҡыуаныс менән тулы мәл. Әммә был көндәрҙә кәйеф-сафа менән бергә хәүеф-хәтәр ҙә арта. Ҡышҡы каникулды имен-аман үткәреү өсөн ололарға ла, балаларға ла айырыуса иғтибарлы, һаҡ булырға кәрәк.

Статистика буйынса, ғинуарҙың тәүге яртыһында янғын осраҡтары ике тапҡырға арта. Былтыр, мәҫәлән, Белорет районы биләмәләрендә йылдың тәүге 10 көнөндә 11 янғын осрағы теркәлде. Янғында бер кешенең ғүмере өҙөлдө.

Уларҙың төп сәбәптәре – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, иҫерек килеш тәмәке тартыу, мейестәр һәм электр ҡорамалдарын ҡулланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау.

Бәләне булдырмаҫ өсөн, шыршыны ныҡлы итеп урынлаштырығыҙ, бинанан, йорттан сығыу урындарын ҡапламағыҙ. Шыршы ботаҡтары менән стена, түбә араһында кәм тигәндә бер метр ара ҡалһын. Боҙоҡ гирляндаларҙы ҡулланмағыҙ. Петардалар, бенгаль уттары ҡулланғанда һаҡ булығыҙ.

Пиротехниканы тотонор алдынан уның ҡулланмаһын иғтибар менән уҡып сығығыҙ һәм унда күрһәтелгән бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Торлаҡ йорттарға һәм тиҙ яныусан предметтарға, ағаслыҡтарға 30 метрға яҡын ерҙә салют атмағыҙ,  ракета һәм фейерверктарҙы көслө ел булғанда яндырмағыҙ, кешеләргә төбәмәгеҙ һәм автомобиль эргәһендә тоҡандырмағыҙ, петардаларҙы аяҡ аҫтына ташламағыҙ, тәмәке тартмағыҙ.

Электр сымдарының, үткәргес­тәрҙең төҙөклөгөн даими тикшерегеҙ, электр селтәренә артыҡ көсөргәнеш тыуҙырмағыҙ, үҙ белдегегеҙ менән яһаған приборҙарҙы файҙаланмағыҙ. Эшләп торған электр ҡорамалдарын ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ. Түшәктә ятҡан килеш тәмәке тартмағыҙ.

Дөйөм алғанда, Яңы йыл байрамында ғына түгел, бер ваҡытта ла контролде юғалтмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Римма СОЛТАНОВА 

Читайте нас