

Башҡортостанда йорттарға янғын хаҡында иҫкәрткән ҡулайламалар ҡуйыу программаһы әүҙем ғәмәлгә ашырыла. Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, бындай ҡорамал бюджет иҫәбенә йорттарға 2016 йылдан ҡуйыла башланы.
Иң тәүҙә улар менән социаль яҡтан хәүефле ғаиләләр тәьмин ителде. Һуңынан был категорияға аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр ҙә өҫтәлде. 2018 йылдан алып балалары тыуған һәр ғаиләгә ошо ҡорамал бирелергә тейеш. Ә 2019 йылдан приборҙы бушлай алырға тейешле граждандарҙың яңы категорияһы билдәләнде. Улар – 55 йәшлек һәм унан өлкәнерәк яңғыҙ йәшәгән кешеләр, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары.
Күптән түгел ҡарарға яңы үҙгәрештәр индерелде: автономлы янғынды иҫкәрткән ҡорамалдар бюджет иҫәбенә һуғыш балаларына, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына һәм инвалидтарына, хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булған федераль һәм республика властары органдары хеҙмәткәрҙәренең ғаиләләренә лә тапшырыласаҡ.
Консерва банкаһына оҡшаш ҙур булмаған электр ҡорамалы бәләкәй генә батарейка ярҙамында эшләй. Иҫкәрткесте торлаҡ бүлмәләренең түбәһенә беркетәләр. Әгәр фатирҙа янғын башланһа, төтөндө һиҙеү менән ҡулайлама сыйылдай башлай.
Башҡортостан Хөкүмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, республикабыҙҙа 270 мең янғын иҫкәрткес бушлай ҡуйылған. Биш йыл эсендә ошо бәләкәй генә прибор ярҙамында 648 кешенең, шул иҫәптән 249 баланың ғүмере ҡотҡарылған.
Бына һуңғы миҫалдар. 26 августа Бишбүләк районының Баҙлыҡ ауылындағы йортта ут ҡабына. Был ваҡытта ата-әсә һәм уларҙың береһенән-береһе бәләкәйерәк өс балаһы өйҙә була. Ғаилә башлығы верандала янғын иҫкәрткестең тауышын ишетеп ҡала. Иң тәүҙә янғынды үҙаллы һүндерергә маташа, килеп сыҡмағанын аңлағас, ғаиләһен йорттан алып сыға һәм ҡотҡарыусыларҙы саҡырта. Әйткәндәй, хәстәрлекле хужаларҙың йорттарында бер түгел, өс янғын иҫкәрткес урынлаштырылған була.
9 ноябрҙә Благовещен районының Яңы Надеждин ауылында төндә янғын сыға. Ошо прибор ҡуйылмаһа, күп балалы ғаиләлә фажиғә булыр ине. Янғын иҫкәрткестең тауышын ишеткән ата-әсә, ике, дүрт, ете һәм ун ете йәшлек бәлиғ булмаған бала иҫән ҡала.
Ташламалы программанан файҙалана алмаһағыҙ, иҫкәрткесте үҙегеҙ һатып алырға тырышығыҙ, ул артыҡ ҡиммәт түгел. Иң осһоҙ янғын иҫкәрткестең хаҡы – 250–300 һум тирәһе. Уны махсуслашҡан сауҙа нөктәләренән генә һатып алырға кәңәш ителә. Сертификатланған һәм тикшерелгән ҡулайламаларҙан тыш, уларҙың арзан аналогтары ла һатыла, әммә уларҙың сифатын бер кем дә һынап ҡарамаған.
Тәү сиратта янғын иҫкәрткес мотлаҡ йоҡо бүлмәһенә ингән ерҙә ҡуйылырға тейеш. Мәҫәлән, коридор, йортҡа ингән урын йәки зал. Аш-һыу һәм йыуыныу бүлмәләренә урынлаштырыу кәңәш ителмәй, сөнки ризыҡ әҙерләгәндә йәки эҫе һыу быуы арҡаһында иҫкәрткестең эшләй башлауы ихтимал.
Уны ҡуйыу артыҡ мәшәҡәтле түгел – бүлмә түшәменең уртаһына ҡаҙаҡ ярҙамында беркетелә. Ике яҡлы скотч ҡулланырға ярамай!
Даими рәүештә төҙөклөгөн тикшереп тороу зарур: иҫкәрткестәрҙең ҡайһы бер төрҙәрендә махсус индикатор бар, икенселәренә сигналды тикшереү төймәһе ҡуйылған.
Әлбиттә, хатта иң заманса янғын иҫкәртеү ҡулайламаһы ла бәлә-ҡазанан тулыһынса йолоп ҡала алмай. Иң һөҙөмтәле һәм файҙалы алым – иҫкәртеү һәм контроль.
ИА "Башинформ"