Хәүефһеҙлек
7 Декабрь 2021, 08:15

Янғын һүндереүселәр яңы машиналы булды

Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә иң күп янғын ауыл ерендә теркәлә. Учалы районы биләмәһе 100 процентҡа янғын һағы хеҙмәте менән тәьмин ителгән, шуның 70 процентын ирекле янғын һүндереү командаһы тәшкил итә.

2012 йылда республикала беренселәрҙән булып барлыҡҡа килгән “Ирекле янғын командаһы” йәмәғәт ойошмаһы ауыл биләмәләрен янғындарҙан аралау маҡсатында ойошторола.

Район биләмәһендә һигеҙ айырым янғын һағы булдырылған, уларҙың бишәүһе тәүлек әйләнәһенә эшләй, өсәүһе – өй шарттарында дежурҙа. Һаҡтарҙың һәр береһе махсус техника менән тәьмин ителгән. Штатта 22 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Бынан тыш, райондың һәр биләмәһендә 360 тирәһе кешене берләштергән янғын һүндереү дружиналары ойошторолған.

Ут сыға ҡалһа, команда ағзалары беренселәрҙән булып “ҡыҙыл әтәс”те ауыҙлыҡларға ашыға. Быйыл район буйынса 239 янғын теркәлгән, шуларҙың яҡынса өстән бер өлөшөн “Учалы районының ирекле янғын һүндереү командаһы” һүндергән.

Ойошма, даими рәүештә республика һәм Рәсәй  конкурстарында ҡатнашып, төрлө гранттарға лайыҡ була. Грант аҡсаһына шәхси составҡа ҡорамалдар һәм махсус хәрби кейем һатып алына, матди-техник база нығытыла.

Шулай уҡ федераль бюджеттан бүленгән аҡсаға балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе экстремаль хәлдәрҙә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләренә, ғәмәли рәүештә ҡотҡарыу тәртибенә төшөндөрөү проекты тормошҡа ашырыла, ошо маҡсатта гидрокостюмдар, ҡотҡарыу күкрәксәләре, реанимация ғәмәлен башҡарыу манекендары һәм башҡа ҡорамалдар һатып алына.

Былтыр ойошма, йәнә бер конкурста еңеүсе тип танылып, 1 миллион 800 мең һумлыҡ федераль грантҡа эйә була. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 50 ойошма араһынан бер тиҫтәне һайлап ала. Республиканан Учалы янғын һүндереүселәре был конкурста берҙән-бер еңеүсе булып таныла. Ойошма йорт буйлап янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең күҙәтелеүен тикшереү өсөн ирекмәндәрҙе техник йәһәттән әҙерләүгә йүнәлтелгән “Янғындарҙы иҫкәртеү һәм һүндереү” проектын тәҡдим итә.

Проектҡа ярашлы, райондың 19 биләмәһендә иҫкәртеү төркөмдәре ағзаларына уҡыу ойошторола. Район хакимиәте лә ойошманы хәстәрлекһеҙ ҡалдырмай. Урындағы ҡаҙнанан хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы сығымдарын ҡаплау, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн субсидия бүленә, шулай уҡ халыҡтан да аҡса йыйыла. Бынан тыш, Ирекле янғын командаһы халыҡҡа, предприятие-учреждениеларға түләүле хеҙмәттәр ҙә күрһәтә: бина һәм ҡоролмаларҙың янғын хәүефһеҙлеге сараларын монтажлай, уларҙы техник яҡтан хеҙмәтләндерә, хеҙмәткәрҙәргә янғын-техник минимумы программаһы буйынса уҡыу уҙғара.

Ойошма нигеҙендә водолаздар һағы булдырылып, һыу ятҡылыҡтарын, пляждарҙы таҙартыу, эҙләү-ҡотҡарыу эштәре алып барыла. Йыл һайын Учалыла тәбиғәт ҡосағында ҙур саралар ойошторола. Йәмәғәт ойошмаһы ағзалары һәр сарала ла учалыларҙың һәм ситтән килгәндәрҙең хәүефһеҙлеге һағында тора.

Бындай эшмәкәрлектән килгән аҡса Ирекле янғын командаһы ағзаларын бәхетһеҙлек осраҡтарынан, техник сараларҙы ОСАГО буйынса страховкалауға, һалым, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәргә, ҡорамалдар, оргтехника һатып алыуға, янғын деполарын, автомобилдәрҙе ремонтлауға йүнәлтелә.

Тәжрибә уртаҡлашыу, һөнәр нескәлектәрен камиллаштырыу маҡсатында, Учалы ирекле янғын командаһы һаҡтары араһында төрлө ярыштар, конкурстар ҙа йыш уҙғарыла.

Күптән түгел ойошма ағзалары тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы гранты аҡсаһына улар заманса янғын һүндереү машинаһына эйә булды.

– Техника “Урал NEXТ” автомобиле нигеҙендә эшләнгән, бик ҡеүәтле, насар юлдарҙа ла еңел йөрөй ала. Ул янғын-техник ҡорамалдары менән тулыһынса йыһазландырылған, цистерналары дүрт кубометр һыу һыйҙырышлы, – тип ҡылыҡһырланы яңы машинаны ойошма етәксеһе Фәнис Шаһманов.

Яңы техника Мансур ауылында урынлашҡан янғын һағы ҡарамағына тапшырылған. Ул өс биләмәгә ҡараған ауылдарҙың хәүефһеҙлеген һаҡлай.

– Беҙҙең биләмәлә урынлашҡан һаҡта дүрт ҡотҡарыусы иҫәпләнә, барыһы ла – тәжрибәле, үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәр. Быға тиклем уларҙың иҫке генә ике “ЗиЛ” машинаһы булды, береһенең торошо бигерәк тә насар ине. Ә биләмә ҙур, ете ауылды берләштерә. Бынан тыш, Илсе, Сәфәр ауыл хакимиәтенә ҡараған биләмәләрҙә бәлә сыға ҡалһа, беҙҙең һаҡ ҡотҡарыусылары ярҙам итә. Яңы, ҡеүәтле техникаға бик шатбыҙ, ул оҙаҡ йылдар халыҡ хәүефһеҙлеге һағында хеҙмәт итһен, – тине Мансур ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әдип Ҡарамышев.

Грант аҡсаһының бер өлөшөн ойошма быйыл да янғынды иҫкәртеү эшенә йүнәлткән, 300-гә яҡын пенсионер, эш урыны булмаған кешеләр янғын хәүефһеҙлеге буйынса күнекмә үткән.

Бына шулай Учалыла “ҡыҙыл әтәс”те иҫкәртеү, бәләне булдырмау йәһәтенән күп эш башҡарыла. Янғын һүндереүселәр ут менән алышҡа һәр ваҡыт әҙер, “һаҡланғанды һаҡлармын” тип юҡҡа әйтелмәгән бит...

ИА "Башинформ"

Читайте нас