

5 декабрҙә Силәбе өлкәһендә ҡурҡыныс юл фажиғәһе теркәлә. Трассала “ВАЗ-2109” автомобиле “ГАЗель” йөк машинаһы менән бәрелешә. Һөҙөмтә аяныслы - 38 йәшлек водитель, уның 30 һәм 29 йәшлек пассажирҙары һәләк була.
Был егеттәрҙең бөтәһе лә бер туған булған. Улар Әбйәлил районының Рысҡужа ауылынан. Кисә уларҙың өсөһөн дә тыуған ауылдарында ерләгәндәр.
Был аварияла дүрт йәшлек бала ла зыян күрә. Уны иҙелгән машинанан ҡотҡарыусылар саҡ сығарып ала һәм ауыр йәрәхәттәр менән Силәбе өлкәһенең Златоуст дауаханаһына ебәрәләр. Аҙаҡ вертолет менән Силәбе ҡалаһына күсерәләр. Әле табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә. Бала үлгән водителдең улы булған.
Һуңғараҡ асыҡланыуынса, водителдең исеме – Вадим, ә иҫән ҡалған малай – уның улы Рамаҙан. Ғаиләлә тағы йәш ярымлыҡ Арыҫлан исемле малай үҫә. Шуныһы, Вадимдың ҡатыны Вәлиә өсөнсөгә йөклө.
Ирен юғалтыуҙан бер ҙур ҡайғы кисерһә, йәрәхәтләнгән Рамаҙан өсөн тағы бер хафалана меҫкен ҡатын. Бик ауыр хәлдә ҡалғас, ул битараф булмағандарҙан ярҙам һорай. Әгәр ғаиләгә ярҙам итергә теләһәгеҙ, 2202 2005 8986 9914 картаһына Вәлиә Вәғәз ҡыҙы Ямалова исеменә аҡса күсерә алаһығыҙ. Телефоны 89097472615 (ул картаға бәйләнгән).
Фото: "Моя Уфа" порталы.