

5 декабрҙә Силәбе өлкәһендәге ҡот осҡос юл фажиғәһендә өс ирҙең ғүмере өҙөлгәнен, ә водителдең дүрт йәшлек улының ауыр хәлдә дауаханаға эләгеүен ишеткәйнек. Уларҙың Әбйәлил районының Рысҡужа ауылынан 38 йәшлек Вадим Я., уның улы Рамаҙан, йәнә ирҙең 29 һәм 30 йәшлек туғандары булғаны билдәле. Әле был ваҡиғаның нескәлектәре билдәле булды. Был турала “Абзелил” гәзите сайты һәм “Моя Уфа” порталы яҙып сыҡты.
Һәләк булған бер туғандар Вадим һәм Артур тыумыштары менән Ҡыйғы районынан икән. Вадим ғаиләһе менән Әбйәлил районында йәшәгән. Ә уларҙың ике туғандары Марсель Силәбе өлкәһенең Ҡуҫа ҡалаһынан. Вадим улы менән тыуған яғына ҡайтҡан булған.
Фажиғә булған көндө ағалы-ҡустылылар Ҡуҫалағы туғандарына ҡунаҡҡа барған. Кире ауылдарына ҡайтып барғанда тайғаҡ юлда аварияға осрайҙар.
Һәләкәт Ҡуҫа – Златоуст юлында була. Туғандарҙың “ВАЗ-2109” автомобиле ҡаршы килгән «ГАЗель» йөк машинаһына бәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәрелеш ныҡ көслө була, ҡотҡарыусылар салонды көс-хәлгә аса.
Авария шаһиттары һөйләүенсә, юлда боҙлауыҡ булған, ә өҫтөндә яңы яуған ҡар ятҡан. Шул саҡта ваҡиға урыны янынан үтеп барған юлаусы Лира Ғ. юл шарттарының тап шундай булыуын раҫлаған. “ГАЗель” водителе әйтеүенсә, туғандарҙың автомобиле ҡапыл ҡаршы һыҙатҡа сығып, уның машинаһы аҫтына килеп ингән. Алда ултырғандар шунда уҡ һәләк булған, ә арттағы Марсель бәләкәй туғанын кәүҙәһе менән ҡаплап өлгөрә һәм байтаҡ ҡына ваҡыт баланы ҡотҡарыуҙарын үтенеп һаташа.
Әле Рамаҙандың хәле ауыр, ул Силәбе ҡалаһы дауаханаһында ята. Миһырбанлы кешеләр уның әсәһенә ярҙамға аҡса йыя. Ҡатын өсөнсөгә ауырлы көйөнсә 32 йәшендә тағы бер йәш ярымлыҡ улы менән яңғыҙ ҡалған. Һәләк булған туғандарҙың ағаһы Юлай Я. уларҙы Ҡуҫа ҡалаһында ерләүҙәрен хәбәр итте.
Авария сәбәптәре тикшерелә. Әммә шуныһы: һуңғы көндәрҙә торған һауа торошо фажиғәгә булышлыҡ иткәндер тип фаразларға була. Тәүҙә көндәр буйы ямғыр яуҙы, унан туңдырҙы. Юлдар ялтыр боҙ менән ҡапланды, тайғаҡҡа әйләнде. Ошондай һауа торошо шарттарында айырыуса иғтибарлы һәм һаҡ булыу талап ителә. Рулдә барғанда һауа торошон һәм “тимер ат”тың техник мөмкинлектәрен дөрөҫ баһаларға, уңай хәрәкәт итеү тиҙлеген һайларға, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк. Малай тейешенсә артҡы ултырғыста балалар креслоһында хәүефһеҙлек ҡайышы менән эләктерелгән килеш ултырған да бит... Барыбер ныҡ зыян күргән.
Һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, Рамаҙандың йүнәлеп китеүен теләйбеҙ.
Фото: "Моя Уфа" порталы.