

Был хәл кисә кис була. 112 хеҙмәте системаһына Шишмә районының Алкин-2 ауылындағы гараж кооперативында ике кеше автомобилдә ағыуланған тигән хәбәр килә.
Был ваҡиға бик күңелһеҙ тамамлана. Һөҙөмтәлә егет кеше һәләк булған, ҡыҙҙы дауаханаға ебәргәндәр. Әле хәлдең нескәлектәрен асыҡлайҙар, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса улар һөрөм газынан ағыуланған.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты иҫкәртә! Һөрөм газының төҫө лә, еҫе лә юҡ. Әммә уның ҙур булмаған ғына күләме лә үлемесле булыуы ихтимал. Шуға күрә бер ҡасан да гаражда эшләп торған машинаны йылытырға йәки ремонтларға ярамай.
Фото: veved.ru