Хәүефһеҙлек
9 Декабрь 2021, 15:30

Өйҙө йылытам тип...

Ярым иҫһеҙ сабыйҙарҙы дауаханаға алып китәләр. Һөҙөмтәлә...

Өйҙө йылытам тип...Өйҙө йылытам тип...
Өйҙө йылытам тип...

Бөгөн Күгәрсен районында өйҙө йылытырға маташыу саҡ фажиғә менән тамамланмаған.

Ҡаран ауылындағы Нагорный урамындағы шәхси йортта була был хәл, тип яҙған "КП-Өфө". Ата-әсә өйҙө йылытырға тип мейес яғып ебәрә, әммә йүшкәһен асырға оноталар. Күп тә үтмәй, өйҙө ҡуйы әсе төтөн баҫа, бүлмәләр буйлап тарала башлай. Һөҙөмтәлә өйҙәге алты һәм дүрт йәшлек ике бала һөрөм еҫенә ағыулана.

Ата-әсә тиҙ арала "Ашығыс ярҙам"ға шылтырата. Ярым иҫһеҙ сабыйҙарҙы дауаханаға алып китәләр. Табиптарҙың ваҡытлы ярҙамы арҡаһында ғына балалар иҫән ҡала, әле уларҙың хәле яҡшырған.

Ут менән һаҡ булайыҡ!

Фото: pixabay.ru

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас