

Төн уртаһында тәмле йоҡоно урамдағы “Яналар! Янғын!” тип һауа ярып ҡысҡырышыуҙар өҙҙө. Тәүҙә атай менән әсәй, арттарынса беҙ ҙә тышҡа йүгереп сыҡтыҡ.
Ағиҙел урамында үрҙә йәшәгән ағайҙарҙың йортон “ҡыҙыл әтәс” ялмап алғайны. Бөтөн ауыл халҡы, биҙрәләр һәм ҡулға эләккән әйберҙе тотоп, шул яҡҡа ярҙамға йүгерә. “Газ баллонын ысҡындырығыҙ! Юҡһа, хәҙер шартлай!” тигән бойороҡтар ишетелә. Бер ҡыйыу ағай, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, уны ысҡындырып, ситкә тәгәрәтеп ебәрҙе. Әйберҙәрҙе сығарыу түгел, өйгә яҡын барып та булмай. Етмәһә, шаҡ та шоҡ шифер янып атыла. Шулай булһа ла, ауыл халҡы сылбыр булып баҫып, текә ярлы Ағиҙелдән һыу ташып һибеп маташа. Уттан барлыҡ ауыл яҡтырған кеүек тойолдо. Янғын һүндереү машиналары килгәнсе, өс шәхси хужалыҡтағы йорт-ҡура янып бөттө. Эйе, бала саҡта ауылда булған янғындар ошондай булып хәтерҙә ҡалған. Ниңәлер улар күп осраҡта төндә сыға ине...
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, янғындарҙы иҫкәртеү өсөн үткәрелгән рейдтар барышында йорт хужалары күп осраҡта “Минең йортомда бөтәһе лә яҡшы” тип инспекторҙарҙы ышандырырға тырыша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта ошондай битараф хужаларға аҙаҡ көл өйөмөнә ҡарап, тәүтикшереүсе алдында яуап бирергә тура килә – уттан имен ҡотолған осраҡта. Ә бит янғындың тағы ла фажиғәлерәк тамамланыуы ла ихтимал.
Республикала янғындарға бәйле хәл киҫкен ҡала – көн дә тиерлек утта кешеләр һәләк була. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 7 декабргә ҡарата төбәктә 10688 янғын теркәлгән, уларҙа 246 кешенең ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән 14 баланың. Ут сығыуҙың төп сәбәптәренең береһе – электр ҡорамалдарының төҙөлөшөн боҙоу һәм ҡулланыу ҡағиҙәләрен үтәмәү, насар тороштағы мейестәр файҙаланыу.
“Әгәр ҙә йортоғоҙҙа сымдарҙы ишеп ҡуйһағыҙ, үҙегеҙ эшләгән ҡорамалдарҙы ҡулланһағыҙ, алюминий менән баҡырҙы үткәргесһеҙ тоташтырһағыҙ, ә розетка ҡоромланып һәм саҡ эленеп тора икән, тимәк, һеҙгә янғын һүндереүселәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк”, – тип иҫкәртә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Көндәр һыуытыу менән шәхси йорттарҙа янғын сығыу хәүефе күпкә арта, ә инде Яңы йыл байрамдары тураһында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй – был осорҙа ҡайһы берәүҙәр уяулыҡты ла, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙе лә онота. Етмәһә, быға спиртлы эсемлектәрҙе саманан тыш ҡулланыу, ятҡан килеш тәмәке тартып, йоҡлап китеү ҙә булышлыҡ итә.
Ошо көндәргә ҡарата республикала 10688 янғын теркәлгән, уларҙа 246 кешенең ғүмере өҙөлгән, былтырғыға ҡарағанда 25 кешегә күберәк, шул иҫәптән ауыл ерендә 5478 осраҡта 153 кеше гүр эйәһе булған. Ҡалала иһә 5182 хәл теркәлгән, һәм уларҙа 93 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
Иң күп янғындар Туймазы – 477 (4,6%), Өфө – 473 (4,5%), Ишембай – 312 (3%), Белорет – 300 (2,8%), Иглин – 278 (2,7%), Стәрлетамаҡ – 272 (2,6%), Учалы 245 (2,3%) райондарында теркәлгән. Утта һәләк булғандарҙың 50 проценты самаһы алкоголле эсемлектәр ҡулланған. Үкенескә ҡаршы, төндә йоҡлаған саҡта уяна алмайынса, йорттан сығып өлгөрмәгәндәр 30 процент тәшкил итә.
Ғәҙәттә, күптәр: “Йортобоҙҙа бөтәһе лә һәйбәт, беҙгә бындай хәүеф янамай”, – тип уйлай. Йыш ҡына кеше ҡурҡыныс тыуҙырған электр сымы, йылытыу ҡорамалы, мейес, мунсаны файҙаланғанын белһә лә, сара күрмәй, битараф ҡала. Әлбиттә, бәлә ишек шаҡып килмәй. Ә кем ғәйепле һуң? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләгә тарығас ҡына, әҙәм балаһы ошо турала уйлана, тик был – һуңлаған үкенес...
Яңы йыл яҡынлаша, байрам һәм һәр көнөбөҙ имен үтһен. Ә инде ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәттәренә, йәғни “112” телефонына мөрәжәғәт итегеҙ.
Рәмилә МУСИНА