Хәүефһеҙлек
11 Декабрь 2021, 05:00

"Шаҡыйбыҙ, ишекте асмай..."

Өфөлә һыу баҫҡан бер фатирҙа тәне бешкән 81 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен тапҡандар.

"Шаҡыйбыҙ, ишекте асмай...""Шаҡыйбыҙ, ишекте асмай..."
"Шаҡыйбыҙ, ишекте асмай..."

Ҡотҡарыусыларҙың тиҙ ярҙам хеҙмәтенә Өфөнөң Октябрь проспектындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр шылтыратып, өҫкө ҡаттағы күршеләренән йылға булып һыу ағыуына, шаҡыһалар ҙа, эстән ишекте асыусы булмауына зарланған.

Күрһәтелгән адрес буйынса полиция, ҡотҡарыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре килеп еткән. Эстән бикле фатир ишеген асып инеүгә улар иҙәндә ятҡан һушһыҙ кәүҙәгә тап булған. Ул 81 йәшлек өй хужаһыныҡы булып сыҡҡан. Шулай уҡ аш бүлмәһендә янғын сыҡҡанлығын һәм оло ҡатындың тәне бешкәнлеген дә асыҡлағандар.

"Аш бүлмәһендә нимәгәлер ут тоҡанған, хужабикә уны һүндереү маҡсатында йыуыныу бүлмәһенә инеп һыуҙы асҡан. Ә үҙе төтөн еҫенә тонсоғоп һәләк булған. Тәҙрәләр ныҡлы ябыҡ булғанлыҡтан, янғын үҙенән-үҙе һүнгән" - был фараз әлегә иҫбатланмаған. Ваҡиға буйынса хәл-сәбәптәр тикшерелә, тигәндәр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ут менән һаҡ булайыҡ!

Фото: fotostrana.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас