Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
12 Декабрь 2021, 10:00

Баймаҡта - дауыл...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәбиғәт көйһөҙлөгө зыянһыҙ үтмәгән.

Баймаҡта - дауыл...
Баймаҡта - дауыл...

Кисә республикабыҙҙың ҡайһы бер райондарында көслө ел ҡоторған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәбиғәт көйһөҙлөгө бәлә-ҡазаһыҙ үтмәгән.

Мәҫәлән, Баймаҡ ҡалаһының Сосновка урамында дауыл гараждың ҡыйығын тулыһынса осорған, ә Аҡназар урамындағы йорттоҡон өлөшләтә ҡуптарып ырғытҡан, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы матбуғат хеҙмәте. Елдең тиҙлеге секундына 15 метр булған. Бәхеткә күрә, кешеләр араһында зыян күргәндәр юҡ.

Хәлде контролдә тотабыҙ, тип белдергәндәр ведомствола.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: