Хәүефһеҙлек
12 Декабрь 2021, 14:00

Өфө үҙәгендә - ҡот осҡос авария

Ҡорбандар - йәш егеттәр...

Өфө үҙәгендә - ҡот осҡос аварияӨфө үҙәгендә - ҡот осҡос авария
Өфө үҙәгендә - ҡот осҡос авария

Бөгөн төнгө сәҡәт 3-тә баш ҡалала ҡурҡыныс авария теркәлде.

Октябрҙең 50 йыллығы менән Минһажев урамдары киҫелешкән урында “ВАЗ-21099” һәм “Мазда-6” автомобилдәре төкөшә. Бәрелеш ныҡ көслө була. Ватан автомобиле түңкәрелә. Ҡотҡарыусыларға машиналағы кешеләрҙе махсус инструменттар ярҙамында һөйрәп сығарырға тура килә.

“ВАЗ-21099” автомобиле водителе һәм пассажиры фажиғә урынында һәләк була. Әле был ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана. Социаль селтәрҙәрҙә белдереүҙәренсә, водитель Дәүләт автоинспекцияһы инспекторҙарынан ҡасҡан. Ул ҙур тиҙлектә килгән, ҡағиҙәләрҙе тупаҫ боҙған һәм светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә ҡыуған.

“Башинформ” агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, инспекторҙар был машинаны Октябрь революцияһы урамында күреп ҡала, ул ҡағиҙәләрҙе боҙған була. Уны туҡтатырға итәләр, водитель тәүҙә туҡтай, тик артҡа бирә һәм ҡаршы һыҙатҡа сығып ҡаса.

Баҫтырыш ваҡытында водитель ҡыҙыл төҫкә үтә һәм йәшелгә үтеп барған “Мазда-6” менән бәрелешә. Һуңғараҡ уларҙың шәхестәре асыҡлана. Рулдә 29 йәшлек водитель ултырған, пассажирына - 24 йәш. Водителдең таныҡлығы булмаған, бынан тыш, машина ла уныҡы түгел - танышынан урлап ҡасҡан. 

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас