

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған ял көндәрендә һәм бөгөн төндә 137 янғын теркәлгән, уларҙа һигеҙ кеше һәләк булған, өсәү тән яралары алған. Зыян күргәндәрҙең һигеҙе лә - ир-егет.
Кисә төнгө сәғәт 12-селә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Саҡмағош районының Рәжәп ауылында йорт яныуы тураһында хәбәр итәләр. Ваҡиға урынына сыҡҡан янғын командалары, утты һүндергәс, 1939 йылғы кешенең янып һәләк булғанын асыҡлай.
13 декабргә ҡарай төндә ошо уҡ райондың Үрге Аташ ауылында ике ҡатлы йорт яна. Янғын һөҙөмтәһендә 1968 йылғы ир беренсе, икенсе дәрәжәлә тән йәрәхәттәре алған.
Шулай уҡ бөгөн төндә 05.18 сәғәттә Өфө ҡалаһындағы Аксаков урамында биш ҡатлы күп фатирлы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Унда өсөнсө ҡатта ике бүлмәле фатир янған. Ваҡиға урынына килгән ҡотҡарыусылар утты һүндергәс, 1934 һәм 1962 йылғы ирҙәрҙең үле кәүҙәһен таба.
Бөгөн төнгө сәғәт өстәрҙә Шишмә районының Бикәй ауылында ағас йортҡа "ҡыҙыл әтәс" ҡунған. Утты һүндергәндән һуң, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1939 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла.
Шулай уҡ таңғы 06.34 сәғәттә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Учалы районының Поляковка ауылында йорт яныуы тураһында хәбәр итәләр. Ҡотҡарыусылар утты һүндергәс, 1949 йылғы ирҙең һәләк булғаны асыҡлана. Ул йортто утын яғып йылытҡан булған, бер үҙе йәшәгән.
Шулай уҡ иртәнге 01.15 сәғәттә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Краснокама районының Иҫке Мошто ауылында 9х7 метр ҙурлыҡтағы йорт һәм 5х7 метр үлсәмле мунса яныуы тураһында хәбәр итәләр. Утты 03.02 сәғәткә генә һүндереп бөтәләр. Янғын һөҙөмтәһендә 1969 йылғы ирҙең бите, ике ҡулы, арҡаһы, ике аяғы һәм башҡа урындары янған, йәғни ярты кәүҙәһе. Уны Нефтекама үҙәк ҡала дауаханаһына оҙатҡандар, хәле ауыр. Янғын сығыу сәбәбе – ҡорамалдың, йылытыу мейесенең һәм төтөн юлының төҙөк булмауы.
Был фажиғәләр - төҙөк түгел мейес, электр ҡорамалдарын ҡулланыу һәм ут менән һаҡһыҙ эш итеүҙең аяныслы һөҙөмтәһе. Уттың йылытыу сараһы ғына түгел, ә ҙур ҡурҡыныс сығанағы булыуы тураһында онотмаһаҡ ине...
Фото: @mchsrb