

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика юлдарында авариялар һәм унда һәләк булғандар һаны әле һаман кәмемәй. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә йәнә был турала һөйләшеү булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Эске Эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығының яңы начальнигы менән таныштырҙы. Билдәле булыуынса, был вазифаға Владимир Севастьянов тәғәйенләнде.
Радий Фәрит улы яңы етәксегә күрһәтмәләр бирҙе.
– Күреүегеҙсә, беҙ әле һаман юлдарҙа кешеләр үлеүенә бәйле хәлдә еңеләбеҙ. Мин был турала асыҡ әйтәм. Үҫеш ҙур. 2019, 2020 йылдарҙы һәйбәт үттек, ә быйыл насар. Быны нисек аңлатырға белмәйем. Һеҙгә проблеманы тәрәндән өйрәнергә, Транспорт министрлығы менән бергә эшләргә кәрәк. Беҙгә нимә эшләргә кәрәклеге тураһында тәҡдимдәрегеҙҙе индерегеҙ: фотовидеотеркәү камералары, сикләгестәр ҡуйыу һәм башҡалар, - тине Радий Фәрит улы.
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев белдереүенсә, үткән аҙнала аварияларҙа 63 кеше йәрәхәтләнгән, ете кешенең ғүмере өҙөлгән. Йыл башынан алып иһә 4360 кеше төрлө ауырлыҡта йәрәхәттәр алған, 454 кеше үлгән.
Фото: newsbash.ru