Хәүефһеҙлек
14 Декабрь 2021, 09:00

Машиналар бәрелешә һәм... яна

Юл-транспорт ваҡиғаһында ике йөк машинаһы һәм "Лада Ларгус" менән "Опель Астра" бәрелешә. 

Машиналар бәрелешә һәм... янаМашиналар бәрелешә һәм... яна
Машиналар бәрелешә һәм... яна

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көн аяныслы хәбәрҙән башланды: Иглин районында үлемесле авария теркәлде. Һамар - Өфө - Силәбе автомобиль юлының 1497-се километрында ҡапма-ҡаршы килгән ике йөк машинаһы бәрелешә, уларға ут тоҡана. Йөк машинаһының бер водителе ваҡиға урынында йән бирә.

"Әлегә юл тулыһынса ябылған. Юлдағыларға Иглин ауылы аша йөрөргә тура килә. Ваҡиға урында полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана", -тип хәбәр итәләр республиканың Дәүләт автоинспекция хеҙмәтенән.

Кисә кис Белорет районында ла юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Абҙаҡ һәм Яңы Абҙаҡ ауылдары араһында "Лада Ларгус" һәм "Опель Астра" автомобилдәре бәрелешә. Аварияла өс кеше зыян күрә, улар төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.

Юлдарҙа тиҙлек режимын арттырмағыҙ. Көндәрҙең йә йылытып, йә һыуытып тороуы сәбәпле, республика юлдарында тайғаҡ, шуға күрә һәр водителгә иғтибарлы булыу талап ителә. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас