

Урамдарҙа асыҡ йә ҡыҫыҡ торған ҡоҙоҡтарҙы йыш булмаһа ла күрергә тура килә. Улар бала-саға, йорт хайуандары, машиналар өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра.
Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенә йыл башынан алып ошо темаға ҡағылышлы 257 хәбәр килгән. Һәр мөрәжәғәт буйынса ваҡытында сара күрелгәнгә, күп бәхетһеҙлеккә, имгәнеүҙәргә юл ҡуйылмаған.
Салауат ҡалаһында йәшәгән Сергей Егоров Ленинград урамы тротуары янындағы асыҡ ҡоҙоҡ тураһында 2021 йылдың 17 ноябрендә хәбәр иткән. Үҙ сиратында Республикаға идара итеү үҙәге тиҙ арала Салауат ҡалаһы хакимиәте менән бәйләнешкә ингәс, ҡурҡыныс тыуҙырған урын йәһәтләп кәртәләп алына. Ә соҡорҙо тулыһынса 3 декабрҙә генә ҡаплап ҡуялар.
Эште атҡарырға ни өсөн шулай оҙаҡ ваҡыт талап ителгән? Был һорау ҡала халҡына ла туранан-тура ҡағыла, сөнки ноябрҙә унда канализация ҡапҡастары (уларҙың һәр береһе 50-шәр килограмлыҡ сөгөндән ҡойолған) юғала башлай. Әле телгә алынған ҡоҙоҡто ябыр өсөн дә ҡапҡас тиҙ генә табылмай.
Асыҡ канализация соҡорҙары (шулай уҡ, ҡапҡастары булып та, ҡыйыш ябылғандары) кешеләргә лә, хайуандар, автомобилдәр өсөн дә ҙур хәүеф тыуҙыра.
Бындай урындарҙы тәүҙә сағыу төҫлө берәй әйбер менән айырып күрһәтергә кәрәк. Икенсе аҙым: тиҙ арала коммуналь ойошмаға йәки 112 һандары буйынса Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итергә. Әгәр асыҡ люк йортоғоҙ эргәһендә икән, үҙегеҙҙең идарасы компанияға мөрәжәғәт итегеҙ. Тик бер үк асыҡ ҡоҙоҡто үҙаллы ябырға маташмағыҙ, был бик хәүефле эш.
Фото: tact-tv.ru