Хәүефһеҙлек
16 Декабря 2021, 14:00

Бала атаһы артынан китте...

Дүрт йәшлек малай атаһы һәм уның ағалары менән аварияға эләккәйне.

Бала атаһы артынан китте...Бала атаһы артынан китте...
Бала атаһы артынан китте...

Бик күңелһеҙ яңылыҡ еткерәбеҙ. Әбйәлил районының Рыҫҡужа ауылында йәшәгән ғаиләгә йәнә ҙур ҡайғы килде. Ҡурҡыныс аварияның ҡорбандары артты һәм дүрт кешегә етте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был авария декабрь башында Силәбе өлкәһендә булғайны. Юлда ВАЗ-2109 менән “ГАЗель” йөк машиналары бәрелешә. Еңел автомобиль эсендә Әбйәлил районы кешеләре ултырған була. Рулдә - малайҙың атаһы Вадим, янында - ике ағаһы һәм улы. Көслө бәрелештән һуң ирҙәр урында һәләк була.

Дүрт йәшлек Рамаҙан бер үҙе иҫән ҡала ул саҡта. Малайҙы ағаларының береһенең үҙ кәүҙәһе менән ҡапларға тырышыуы уға әҙерәк ғүмер өҫтәй. Баланы ауыр хәлдә Силәбе дауаханаһына алып китәләр. Ошоға тиклем табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә, әммә малай комаға китә һәм аңына килмәй вафат була. Был турала “Комсомольская правда” баҫмаһы хәбәр итә.

Ҡурҡыныс аварияла тәүҙә ирен юғалтҡан ҡатын хәҙер ғәзиз балаһыҙ ҙа ҡалды. Әйткәндәй, уның йәш ярымлыҡ улы ҡалған. Шулай уҡ ҡатындың ауырлы булыуы билдәле.

Ауылдаштары был ғаиләнең ҡайғыһын бергә кисерә һәм туғандарына сабырлыҡ теләй.

Фото: "Моя Уфа" порталы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас