Хәүефһеҙлек
17 Декабрь 2021, 07:00

Бәлә төндә йөрөй...

Һуңғы тәүлектә янғындарҙа зыян күреүселәр ҙә, һәләк булыусылар ҙа бар

Бәлә төндә йөрөй...Бәлә төндә йөрөй...
Бәлә төндә йөрөй...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғындар темаһы көнүҙәк булып ҡала бирә. Көн һайын тиерлек төрлө райондарҙан аяныслы хәбәрҙәр ишетелеп тора.


Кисә төнгө өстә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығына Шишмә районының Заводянка ауылы эргәһендәге "Озерное" баҡсаһындағы ағас йорттоң яныуы тураһында хәбәр килә. Бәлә урынына килеп еткән ҡотҡарыусылар утты тиҙ арала һүндереүгә өлгәшә-өлгәшеүен. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, торомбаштар араһында кеше кәүҙәһе лә табылған. Әлегә уның кемлеге билдәләнмәгән. Янғын сәбәптәрен асыҡлау буйынса идаралыҡтың тикшереүсеһе эшләй.


Кисә Учалы районының Сәфәр ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡтағы быраулау ҡоролмаһының яныуы тураһында мөрәжәғәт итәләр. Ярай әле был юлы ҡорбанһыҙ булған. Бындағы янғын сәбәптәре лә тикшерелә.



Әбйәлил районының Ниязғол ауылында 1969 йылғы ир ҡыҙыу мейескә ҡолап тәнен яндырған. Фараздар буйынса, ул иҫерек булған. Уның да хәлен икенсе-өсөнсө дәрәжә менән билдәләгән табиптар. Хәле шулай уҡ уртаса ауырлыҡта. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тикшереүсеһе был ваҡиға буйынса урында эшләй.


Бигерәк тә ҡышҡы һыуыҡтарҙа йылытыу системаларын ҡулланғанда икеләтә һаҡлыҡ талап ителә. Электр, газ, мейестәрҙең төҙөклөгөн һәр ваҡыт тикшереп торорға, эскән килеш ятҡан урында тәмәке тартмаҫҡа, ғөмүмән, ут менән һаҡ булырға кәрәклеген иҫкәртә ҡотҡарыусылар.


Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас