Хәүефһеҙлек
17 Декабрь 2021, 17:00

Кешеләр ҙә, малдар ҙа яна...

Матбуғат конференцияһында республика буйынса хәүефкә һалған мәғлүмәттәр еткерелде.

Кешеләр ҙә, малдар ҙа яна...Кешеләр ҙә, малдар ҙа яна...
Кешеләр ҙә, малдар ҙа яна...

Бөгөн “Рәсәй” медиаүҙәгендә республикала янғынға бәйле хәл буйынса матбуғат конференцияһы уҙҙы.

...Кисә 23.36 сәғәттә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Мәләүез ҡалаһындағы биш ҡатлы йортта янғын сыҡҡаны тураһында хәбәр итәләр. Ут һүндереүселәр килгәндә, беренсе ҡатта бер бүлмәле фатир янған була. Ҡотҡарыусылар 239 кешене эвакуациялай, шул иҫәптән 34 баланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер кеше һәләк була, ә 1985 йылғы ир ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла.

Ошо уҡ көндә 22.16 сәғәттә Тәтешле районының Бәләкәй Бәлзүгә ауылында крәҫтиән (фермер) хужалығында 12х50 метр ҙурлыҡтағы таҡта ферма яна. Ҡотҡарыусылар килгәндә, ут бинаны ялмап алған була. Унда 12 баш һыйыр, ике баш йылҡы малы янған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай күңелһеҙ хәлдәр тураһында көн дә туҡтамай һөйләргә була, сөнки янғындарҙың сиге күренмәй...

Бөгөн “Рәсәй” медиаүҙәгендә Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе, эске хеҙмәт генерал-майоры Марат Латипов ҡатнашлығында янғындарҙы иҫкәртеү һәм республикала утта кешеләрҙең һәләк булыуы мәсьәләләренә бағышланған матбуғат конференцияһы үтте.

17 декабргә ҡарата республикала 10994 янғын теркәлгән, уларҙа 259 кешенең ғүмере өҙөлгән, былтырғыға ҡарағанда икәүгә күберәк. Ирек Сәғитов белдереүенсә, көндәр һыуыҡ саҡта янғындарҙа һәләк булғандар арта. Мәҫәлән, 8 декабрҙә төндә – өс, ә 12 декабрҙән 13 декабргә ҡарай төндә булған янғындарҙа һигеҙ кешенең ғүмере өҙөлгән. Барлыҡ осраҡтарҙа ла, былтырғы кеүек үк, 60 йәштән өлкәндәр һәм яңғыҙ йәшәгәндәр ут ҡорбанына әйләнә.

Шәхси йорттарҙа, хужалыҡтарға булған янғындарҙың 99 процентында кеше үҙе ғәйепле: кемдер бинала тәмәке тартҡан да төпсөгөн һүндермәйсә ырғытҡан, ҡайҙалыр электр сымы эҫенеп ут сыҡҡан, кемдер янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдың батарейкаһын алмаштырмаған.

Ирек Сәғитов яңғыҙ йәшәгән һәм өлкән йәштәге туғандарға иғтибарлы булырға саҡырҙы, сөнки, алда әйтелгәнсә, күп осраҡта улар ут ҡорбанына әйләнә. Оло йәштәгеләр онотоп барыусан, хәтерҙәре насар, бының да бәләгә килтереүе ихтимал.

Марат Латипов белдереүенсә, декабрь һәм ғинуар айҙарында утта һәләк булғандар һаны артыуы күҙәтелә. Фажиғәле хәлдәр күп осраҡта төндә була.

Кешеләрҙе уттан аралап ҡалыу, иҫкәртеү маҡсатында республикала янғынды иҫкәртеү ҡорамалдары ҡуйыла. Уларҙы алыуға бюджеттан 28 миллион һум аҡса бүленгән. Шулай уҡ ҡайһы бер эшҡыуарҙар, сәйәсмәндәр, дәүләт эшмәкәрҙәре “Атайсал” проекты аша ла уны һатып алып бүләк итә, тине Фәрит Ғүмәров.

Ут битарафлыҡты, яуапһыҙлыҡты ғәфү итмәй. Уяулыҡ, һаҡланыу саралары күргәндә генә унан һаҡланырға мөмкин. Үҙегеҙҙе һәм туғандарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Автор фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас