

Ҡыҙғанысҡа күрә, ял көндәрендә лә республика юлдарында үлемесле юл-транспорт ваҡиғалары теркәлә. Бөгөн төндә Әбйәлил районының Асҡар-Таштимер юлында "Renault Duster" автомобиле хәүефле боролошта машина менән идара итеүҙе юғалтып, юлдан ситкә төшөп китә. Автомобиль түңкәрелә. Ваҡиға урынында уҡ уның 64 йәшлек пассажиры алынған тән йәрәхәттәренән һәләк була. Асыҡланыуынса, вафат булған ҡатын водителдең әсәһе булып сыҡҡан.
Ваҡиға урынында тикшереү эштәре башланған, авария сәбәптәре асыҡлана.
Тәүлек әйләнәһенә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 1500-ҙән ашыу осрағы теркәлгән, спиртлы эсемлек эскән килеш рулгә ултырған 41 водитель туҡтатылған.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: ЮХХДИ.