Хәүефһеҙлек
20 Декабрь 2021, 11:15

Байрамдар имен үтһен!

Яңы йыл төнөндә йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү өсөн дүрт мең самаһы эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү ҡаралған.

Байрамдар имен үтһен!Байрамдар имен үтһен!
Байрамдар имен үтһен!

Яңы йыл төнөндә тәртип тәьмин итеү өсөн дүрт мең самаһы эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү ҡаралған. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры урынбаҫары, полиция начальнигы Артур Сәйфуллин һөйләне.

Уның белдереүенсә, республикала 83 рәсми боҙ ҡаласығы эшләйәсәк, уларҙа байрам саралары үтәсәк һәм тәүлек әйләнеһенә йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү ойоштороласаҡ.

– 31 декабрҙән алып 1 ғинуарға тиклем халыҡ күпләп ҡатнашҡан саралар үтәсәк, кешеләр 200 меңләп булыр тип күҙаллайбыҙ. Тәртип булдырыу өсөн 2500 эске эштәр органдары хеҙмәткәре, Өфө юридик институтының 200 даими һәм алмашыусан составы, 500 шәхси һаҡ ойошмалары вәкилдәре, йәнә 600 башҡа йәмәғәт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителәсәк. ЮХХДИ инспекторҙары ла артасаҡ, өҫтәмә постар ҡуйыласаҡ. Яңы йыл төнөндә 185 автопатрулдә 370 инспектор эшләйәсәк, – тине ул.

6 һәм 7 ғинуарҙа 148 ҡорам һәм сиркәүҙәрҙә Раштыуа байрамы сиктәрендә саралар үтә, унда 30 мең самаһы кеше ҡатнашыр тип көтөлә. Бында хәүефһеҙлек тәьмин итеү өсөн 1400 хеҙмәткәр йәлеп ителәсәк.

Артур Сәйфуллин белдереүенсә, оператив хәлдәрҙең ҡатмарлашып китеү осрағына байрам көндәрендә личный составтың һәм ОМОН-дың резервы ҡаралған.

Күп кешеләр ҡатнашасаҡ сара булған урында ике сәғәт алда этле кинологтар һәм техник саралар ярҙамында шартлатҡыс әйберҙәр булыу-булмауға тикшереп сығасаҡ.

Фото: ok.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас