Хәүефһеҙлек
20 Декабрь 2021, 16:00

Әсәһе шунда уҡ йән бирә, ә ҡыҙы...

Бөгөн Туймазы районында аварияларҙа өс кеше һәләк булды.

Әсәһе шунда уҡ йән бирә, ә ҡыҙы...Әсәһе шунда уҡ йән бирә, ә ҡыҙы...
Әсәһе шунда уҡ йән бирә, ә ҡыҙы...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн Туймазы районында өс аварияла өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Иртәнсәк, 08:30 сәғәттә, Туймазы районының Николаевка ауылында фажиғәле хәл булған. Серафимовка ауылы яғынан Әйтәктамаҡ ауылы йүнәлешендә хәрәкә иткән "Hyundai Elantra" автомобилендәге 61 йәшлек ир юл ситендә китеп барған ике ҡатынды бәрҙергән. 63 йәшлек ҡатын алған йәрәхәттән шунда уҡ һәләк була, ә уның 30 йәшлек ҡыҙы дауаханаға оҙатыла. Улар юл буйлап барһалар ҙа, утты сағылдырыусы кейем кеймәгән, тип хәбәр итәләр республика ЮХХДИ идаралығының матбуған хеҙмәтенән.  

Шулай уҡ  бөгөн Туймазы районында Бәләбәй–Николаевка–Туймазы –Баҡалы автомобиль юлының 57-се саҡрымында вахтасылар китеп барған “ПАЗ” пассажир автобусы менән ҡаршы хәрәкәт иткән "Toyota Estima" минивены бәрелешкән. "Toyota Estima" водителе “Ашығыс ярҙам” килгәнсе йән биргән. Автобуста өс кеше булған, улар иҫән, әммә тән йәрәхәттәре алған.

Бөгөн, 16:00 сәғәттә, Туймазы районында Октябрьский – Туймазы автомобиль юлының 12-се саҡрымында "Лада Гранта" автомобиле менән “КамАЗ” ҡатнашлығында тағы ла авария теркәлде. Берелешкәндән һуң йөк автомобиле юлдан оса. Еңел автомобилдәге Октярьский ҡалаһынан 40 йәшлек водитель “Ашығыс ярҙам” машинаһы килгәгәнсе һәләк була. “КамАЗ”дың 46 йәшлек водителе зыян күрмәгән.  

Шулай уҡ иртәнге сәғәт 8-ҙә Өфө – Ырымбур автомобиль юлының 246-сы саҡрымында Стәрлетамаҡ ҡалаһы кешеһе идаралығындағы “Toyota Rav 4” автомобиле ҡаршы килгән “Hyundai Solaris” менән бәрелешкән. “Hyundai Solaris” рулендә Ырымбур ҡалаһы кешеһе булған. Авария һөҙөмтәһендә биш кеше, шул иҫәптән биш йәшлек бала йәрәхәттәр алып, дауаханаға оҙатылған.

Республиканың күпселек райондарында көслө ҡар яуа, буран, боҙлауыҡ, ел секундына 17-20 метр тиҙлектә иҫә, күреүсәнлек 500 метрҙан да кәм. Был иһә аварияларҙың артыуына йоғонто яһай. Шуға ла мохтажлыҡ булмағанда, юлға сығыуҙан тыйылып торорға кәңәш ителә. Юлда булған водителдәргә лә тиҙлекте арттырмаҫҡа, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмаҫҡа, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш ителә.

Рулдә булған һәр водитель кеше ғүмере өсөн яуаплы булыуҙарын онотмаһын ине.  

Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, "112" телефонына шылтыратығыҙ.  

Фото:  Башҡортостан ЮХХДИ идарлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Әсәһе шунда уҡ йән бирә, ә ҡыҙы...
Әсәһе шунда уҡ йән бирә, ә ҡыҙы...
Әсәһе шунда уҡ йән бирә, ә ҡыҙы...
Әсәһе шунда уҡ йән бирә, ә ҡыҙы...
Әсәһе шунда уҡ йән бирә, ә ҡыҙы...
Әсәһе шунда уҡ йән бирә, ә ҡыҙы...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас