

Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Сибай ҡалаһында үлемесле авария теркәлгән. "Лада Веста" автомобиле тәгәрмәсе аҫтында оло йәштәге ҡатын һәләк була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Сибайҙан Төйәләҫ ауылына ҡарай 34 йәшлек ҡатын "Лада Веста" автомобиле менән хәрәкәт иткәндә 71 йәшлек йәйәүлене бәрҙерә. Пенсионер ҡатын ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Осраҡ буйынса тикшереү эштәре бара, авария сәбәптәре асыҡлана.
Йәнә бер аяныслы хәл Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай юлында теркәлгән. Был юлы "Лада Гранта" автомобиленә идара иткән 26 йәшлек водитель юлдағы аттар өйөрөнә бәрелгән. Уның ике пассажиры - 16 йәшлек уҡыусы һәм 24 йәшлек ҡыҙ ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Шул иҫәптән водитель үҙе лә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлдарҙа аттарҙың йөрөүе, бигерәк тә ҡараңғы төшкәс, уларҙың юлдарға сығып ҙур хәүеф тыуҙырыуы хаҡында күпме яҙып, төрлө органдарға мөрәжәғәт итеүҙәренә ҡарамаҫтан, ат хужалары һаман булһа хайуандарын тибенлектә иркен йөрөтөүен дауам итә, уларҙы көтмәй. Был юлы ла йәштәрҙең һаулығына зыян килтергән аварияла ике аты һәләк булған хужаның табылыуы икеле. Ҡасан был мәсьәләгә нөктә ҡуйылыр, әйтеү ҡыйын.
Фото: "Башинформ"