Хәүефһеҙлек
20 Декабрь 2021, 11:30

Юлдарҙа хәлдәр хәүефле

Йөк машиналары Өфөгә инмәй торасаҡ. 

Юлдарҙа хәлдәр хәүефлеЮлдарҙа хәлдәр хәүефле
Юлдарҙа хәлдәр хәүефле

Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе насар һауа шарттары хаҡында иҫкәртә. Республика юлдарында күреү мөмкинлегенең кәмеүе күҙәтелә, айырым райондарҙа буран, ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Әгәр юлға сығып өлгөргән булһағыҙ, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктерегеҙ, автомобилдәр араһындағы дистанция тураһында онотмағыҙ һәм маневрҙар эшләгән саҡта ипле булығыҙ. Ҡар ныҡлап яуа башлаһа, тиҙлекте кәметегеҙ, был хәүеф килеп тыуғанда авариянан ҡасыу мөмкинлеге бирәсәк. Юлда йәйәүлеләр килеп сыҡҡан осраҡта ла бик иғтибарлы булырға һәм һауа шарттары насар булғанда йәйәүле кешеләрҙең күреү һәләте сикләнгән булыуын хәтерҙә тоторға кәрәк.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре баш ҡала урамдарында ла, федераль һәм республика трассаларында ла көсәйтелгән режимда эшләй. Кәрәк булһа, ЮХХДИ-ның республика буйынса дежур часына 235-84-02, 233-27-31 һәм баш ҡаланыҡына 237-84-80, 237-02-02 телефондары буйынса шылтыратырға була. Бөтә нарядтар ҙа әле тәү сиратта водителдәргә юлда ярҙам күрһәтергә әҙер.

Әлеге ваҡытта Өфөлә ныҡ итеп ҡар яуа. Ошо сәбәпле ҡала хакимиәте ваҡытлыса йөк транспорттарына инеүҙе сикләй. Был юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк. Сикләү 20 декабрҙә 16 сәғәттән 21 сәғәткә тиклем ғәмәлдә. Йөк машиналары Өфө – Аэропорт, Өфө – Шаҡша – КПМ, Өфө – Жилино, Өфө – Бөрө тракты, Өфө – Затон – КПМ йүнәлештәрендә ҡалаға инә алмаясаҡ.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас