Хәүефһеҙлек
21 Декабрь 2021, 10:00

Ҡар тотҡононда ҡалған пассажирҙар ярҙам һораған

Ҡотҡарыусылар Көйөргәҙе районында ҡарҙа батҡан ике машинаны сығарып, өйҙәренә ҡайтырға ярҙам итә.

Ҡар тотҡононда ҡалған пассажирҙар ярҙам һорағанҠар тотҡононда ҡалған пассажирҙар ярҙам һораған
Ҡар тотҡононда ҡалған пассажирҙар ярҙам һораған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылы янында ҡар тотҡононда ҡалған автомобилдән ярҙам һорап шылтыратыу алыу менән ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына ашыға. "Hyundai Solaris" автомобиле салонында ата-әсәһе менән 2017 һәм 2020 йылғы балалар ҙа була.

Ҡотҡарыусылар бәләгә тарыусыларға ярҙам күрһәтә.  Ҡайтышлай уларға йәнә ҡарға сумған "ВАЗ-2111" автомобиле тап була. Ул тәүге машинанан өс километр алыҫлыҡта батҡан. Машинала бөтәһе өс кеше була, уларҙың береһе лә зыян күрмәгән. Был юлы ҡотҡарыусылар автомобилде Таймаҫ ауылына тиклем оҙатып ҡуя.

Ҡарҙың күпләп яуыуы, буран сығыуы республика юлдарында ҙур хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә автомобиль хужаларына алыҫ юлға сыҡмай торорға кәңәш ителә.

Фото: oir.mobi

Автор:Карима Усманова
Читайте нас