Хәүефһеҙлек
21 Декабрь 2021, 12:00

Берәҙәк эттәрҙән ҡыҙ зыян күргән

Катокка тип сыҡҡан 13 йәшлек үҫмер төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләгә.

Берәҙәк эттәрҙән ҡыҙ зыян күргәнБерәҙәк эттәрҙән ҡыҙ зыян күргән
Берәҙәк эттәрҙән ҡыҙ зыян күргән

Берәҙәк эттәр проблемаһы күптән көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылда ла, ҡалала ла ул хәл ителмәй ҡала килә. Эт кешенең тоғро дуҫы булһа ла, күпселек осраҡта дошманына ла әйләнеп ҡуя.

Ошо көндәрҙә республикала йәнә күңелһеҙ хәл теркәлде. Шаҡша ҡасабаһында йәшәгән 13 йәшлек ҡыҙ эттәр ҡамауында ҡала. Ярай әле урамдан үтеп барған ир ҡыҙ баланы уға ташланған берәҙәк эттәрҙән аралап алып ҡала һәм "Ашығыс ярҙам" машинаһын саҡырта.

Ҡыҙҙың әсәһе белдереүенсә, ул катокка китеп барған, әммә боҙ шыуыу урынына төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханға эләккән. Хәҙер ҡыҙға ҡотороу сире буйынса ла профилактик курс үтергә тура киләсәк.

Берәҙәк эттәрҙе аулағандар, әммә кешеләрҙең битарафлығы ла күп осраҡта уларҙың үрсеүенә сәбәпсе була. Эт хужалары дуҫтарын урамға сығарып ебәрә йәиһә уларҙың көсөктәрен ҡайҙалыр ҡалдырып китә. Ваҡыт үтеү менән улар ҙурая, үҙҙәре лә көсөкләй. Бына шулай итеп берәҙәк эттәр арта, аҙаҡ балаларға ташлана. Хәтерегеҙҙәлер, Учалы районында эттәр бер баланы үлтергәнсә өҙгөләп ташлағайны.

Ата-әсәләргә балаларын урамға яңғыҙ сығармаҫҡа кәңәш ителә. Тиҙҙән Яңы йыл байрамдары, ҡышҡы каникул етә. Байрам көндәре күңелһеҙ тамамланмаһын өсөн ата-әсәләргә лә, балаларға ла иғтибарлы булыу талап ителә.

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас