

Иртән поликлиникаға табипҡа күренергә барғайным. Йомошомдо теүәлләп, эшкә барырға сыҡтым. Сәғәт 9 менән 10 араһы. Урам буйлап киләм. Матур булып ябалаҡлап ҡар яуа. Тротуар ситендәге машиналар ҡыйығына, юлға өйөп тултырған. Ниңәлер башта “Dabro” төркөмөнөң йыры өйрөлә...
Бер ҙә генә иғтибарҙы ситкә йүнәлтәһе килмәй, уйҙарыма сумып атлайым. Шулай ҙа алыҫтан көсәйә барған бер шау-шыу ҡолағыма салынды. Тауыш яҡынайғандан-яҡынайҙы. Үҙемде ирәйеп атлаған халәтемдән көскә айырҙым да эске һиҙемләүем менән һулға, юл ситендәге көрткә һикерҙем. Шул секундта эргәмдә генә гөрҫ итеп ҡар өйөмө ишелеп төштө. Сите уң яурыныма, уң аяғыма эләкте... Әммә төп көс әле генә мин атлап барған урынға йүнәлгәйне...
Артымдан юл ыңғайы килгән машиналар тиҙлеген әкренәйтте. Берәүһе тапҡырымда туҡтаны ла, водителе тәҙрәһен асып: “Считай, сегодня у Вас второй день рождения. Чуть-чуть оставалось…” – тине. Хоҙайыма мең шөкөр. Эйе, бер айҙан буласаҡ тыуған көнөмдө әллә билдәләр инем, әллә юҡ...
Һуңғы көндәрҙә туҡтауһыҙ епшек ҡар яуа. Коммуналь хеҙмәттәр таҙартып өлгөрмәйҙер ҙә. Ә хәҙерге ҡыйыҡтарҙың материалдары яуым-төшөмдө тотҡарлау түгел, киреһенсә, тиҙерәк шыуҙырып ебәреүгә булышлыҡ итә. Етмәһә, ҡалаларҙа урамдарҙы киңәйтеп, йәйәүлеләр юлдарын тарайтып, һуҡмаҡҡа ғына ҡалдырып бөттөләр. Ҡайҙалыр ошо хәлде күҙаллап, биналар эргәһен ярты-бер метр ара ҡалдырып, таҫмалар менән уратып, сикләп тә ҡуйғандар, әммә өҫтән төшкән нәмә инерция буйынса байтаҡҡа алға оса бит. Ҡар шыуыуы тураһында иҫкәртеп, урамдың ҡаршы яғына сығырға ҡушылған табличкалар ҡуйылған, әммә юлдың теге яғында ла шул уҡ хәл.
Күп урындарҙа оло юлды тротуарҙан айырып яндауырҙар ҡуйылғанын иҫәпкә алғанда, ҡыйыҡтан шыуған ҡар өйөмөнән тайшанырға әмәл, сара юҡ. Был осраҡта һаулығыңды һәм ғүмереңде йә Хоҙайға тапшырырға, йә машиналар юлы ситенән йөрөргә генә ҡала. Һәр йорт янына “Ты туда не ходи, ты сюда ходи, а то снег башка попадет, совсем мертвый будешь” тип киҫәтеп торған Василий Алибабаевичты ҡуйып булмай бит.
Һаҡ булығыҙ! Әле епшек ҡар, боҙ шыуыу ихтималы бик ҙур.
Фото: sportsweek.org