Хәүефһеҙлек
21 Декабрь 2021, 16:00

Тәмәке төпсөгөн һүндермәй ташлап...

Дүрт йәшлек баланың ғүмере өҙөлдө. Ә 17 йәшлек ҡыҙ...  

Тәмәке төпсөгөн һүндермәй ташлап...Тәмәке төпсөгөн һүндермәй ташлап...
Тәмәке төпсөгөн һүндермәй ташлап...

1 сентябрҙә Салауат ҡалаһында күп ҡатлы йорттарҙың береһендә сыҡҡан янғында дүрт йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгәне тураһында яҙылғайны. Ут сығыу сәбәптәре, шул көндәге ваҡиғалар тикшерелеп, хәлгә асыҡлыҡ индерелгән. Фажиғә сәбәпсеһе - һүндерелмәй ташланған тәмәке төпсөгө.

45 йәшлек иҫерек ир һүнмәгән тәмәкеһен иҙәнгә ташлап, үҙе торлағынан сығып киткән. Шул төпсөктән ут сыҡҡан да инде. Ә һөҙөмтәһе бик аяныслы: бер ҡат өҫтәге фатирҙа дүрт йәшлек ҡыҙ төтөн еҫенә ағыуланып һәләк булған, 17 йәшлек ҡыҙҙың ғүмеренә лә зыян килгән. Был турала Башҡортостан Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Тикшереү тамамланғас, Салауат кешеһенә ҡарата бер түгел, ике енәйәт буйынса эш асылған: һаҡһыҙлыҡ сәбәпле үлтереү һәм һаҡһыҙлыҡ сәбәпле кеше ғүмеренә зыян килтереү.

Кемдеңдер уйламай эшләгән бер аҙымы кеше ғүмерҙәренә торошло булған осраҡ был. Янғын күпселектә эскән килеш һаҡһыҙлыҡ күрһәтеү сәбәпле, төҙөк булмаған йылытыу, газ, электр ҡорамалдарынан сыға. Янғын иҫкәртеүсе ҡоролманың булмауы хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра.

Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас