Хәүефһеҙлек
21 Декабрь 2021, 10:46

Яңы йыл байрамы хәүефһеҙ үтһен өсөн

Ашығыс хеҙмәттәр һәм эске эштәр органдары ялдарҙа әүҙем эшләйәсәк.

ясный-го.рфясный-го.рф
Фото:ясный-го.рф

Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәнә коронавирусҡа бәйле хәлдәрҙе тикшереүҙән башланы.

Дөйөм алғанда, республикала коронавирусҡа бәйле хәлдәр бер ни тиклем тотороҡлана башлаған. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы һандар менән таныштырҙы. Был аҙнала сирләй башлағандар һаны үткән аҙналағыһы менән сағыштырғанда 13 процентҡа кәмегән.

– 6535 кеше сир менән өйҙә көрәшә, 269 кеше дауаханаларҙа ята. 18 кешенең хәле ауыр тип баһалана, улар реанимация бүлексәһендә, – тине вице-премьер.

Вакцинация буйынса хәлдәр түбән­дәгесә. Дөйөм алғанда, республикаға 2735658 доза прививка килгән. Уның беренсе компонентын прививка яһатырға тейеш кешеләрҙең 86 проценты – 2133517 кеше ҡаҙатҡан. Вакцинацияны 1955796 кеше тулыһынса тамамлаған.

“Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак мәктәптәрҙәге хәлдәр тураһында һөйләне. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 16 мәктәп ОРВИ һәм киҙеү буйынса тулыһынса ябылған. Меңдән ашыу класс карантинда.

Үткән аҙнала республикала бик мөһим сара – “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы” үтте. Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов уға йомғаҡ яһаны.

Сараның эшлекле программаһы бик бай булды, ул бер нисә тематик көнгә бүленде. Дүрт көн эсендә форумда 1700 самаһы кеше, ун ил вәкиле ҡатнашҡан. 198 спикер сығыш яһаған. Сараның төп ҡунаҡтары Ҡаҙағстандан, Беларустан килгән ҙур делегациялар булды. Шулай уҡ Төркиә, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытайҙан вәкилдәр ҡатнашты. Бынан тыш, Рәсәй экспорт үҙәгенең генераль директоры Вероника Никишина, “МСП” корпорацияһының генераль директоры, “Ростех” дәүләт корпорацияһы етәкселәре һәм башҡалар килде.

– Саралар һаны һәм һөҙөмтәлелеге буйынса быйылғы форум былтыр­ғыһынан байыраҡ булды. Төп программа сиктәрендә 40 сара ойошторолдо, дөйөм суммаһы 100 миллиардтан ашыуыраҡ булған килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды, – тине Рөстәм Моратов.

Форумдың бер көнө тулыһынса тиерлек Башҡортостан менән Ҡаҙағстан­дың хеҙмәттәшлегенә арналды. Беҙгә Ҡаҙағстан Республикаһы Премьер-министры Асҡар Мамин етәкселегендә ҙур делегация килде. Был осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе булып ҡул ҡуйылған һигеҙ килешеү тора.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республика мәктәптәрен капиталь ремонтлау буйынса федераль программаға индереү тураһында һөйләне.

Министр белдереүенсә, Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы 2023 йылдың беренсе кварталында белем биреү объекттарын өҫтәмә рәүештә програм­маға индереү өсөн ғаризалар ҡабул итәсәк. Әлеге ваҡытта республиканың 50 мәктәбе экспертизаны тамамларға һәм ремонт эшләү өсөн федераль бюджеттан аҡса аласаҡ объекттар исемлегенә инергә тейеш.

Айбулат Хажин белдереүенсә, капиталь ремонттың федераль програм­маһына бөтәһе 365 дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениеһы ғариза биргән. 2022 йылдан алып 2026 йылға тиклем мәктәптәр биналарында федераль бюджет аҡсаһына 14 ҙур комплекслы ремонт башҡарыласаҡ. Бынан тыш, мәктәптәр уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн заманса саралар аласаҡ – һәр береһе кәмендә алты миллион һумлыҡ.

Яңы йылға тиклем ун көн самаһы ғына ваҡыт ҡалды. Күңелле байрам насар ваҡиғалар сәбәпле боҙолмаһын өсөн республиканың ашығыс хеҙмәт­тәре был көндәрҙә юғары әҙерлек тәртибендә эшләй.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов байрам осоронда хәүефһеҙлектең нисек тәьмин ителәсәге тураһында һөйләне.

Яңы йылдың оҙайлы ялдары осоронда оператив эш итеү өсөн был көндәрҙә уларҙың көстәре юғары әҙерлек тәртибендә эшләй.

– Граждандарҙың хәүефһеҙлеген 20 меңгә тиклем кеше һәм биш меңгә тиклем техника тәьмин итәсәк. Яңы йыл байрамы осоронда көн һайын 2150 кеше һәм 850 берәмек техника дежурға сығасаҡ, – тине Марат Латипов.

Айырым ҙур иғтибар янғын хәүеф­һеҙлегенә бирелә.

– Һуңғы биш йыллыҡ анализ шуны күрһәтә: байрамдар осоронда уртаса көн һайын 17 янғын була, уларҙа бер кеше үлә һәм ике кеше йәрәхәтләнә. Янғындарҙы иҫкәртеү өсөн 900 самаһы профилактика төркөмө эшләй һәм районда “Профилактика штабы” булдырылған, – тине ул.

Яңы йыл төнөндә йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү өсөн дүрт мең самаһы эске эштәр органдары хеҙмәткәрен йәлеп итеү ҡаралған. Был турала Башҡортостан буйынса эске эштәр министры урынбаҫары, полиция начальнигы Артур Сәйфуллин һөйләне.

– 31 декабрҙән 1 ғинуарға тиклем халыҡ күпләп ҡатнашҡан саралар үтәсәк. Тәртип булдырыу өсөн, дөйөм алғанда, дүрт мең самаһы хеҙмәткәр йәлеп ителәсәк. ЮХХДИ инспектор­ҙары ла артасаҡ, өҫтәмә һаҡтар ҡуйыласаҡ. Яңы йыл төнөндә 185 автопатрулдә 370 инспектор эшләйәсәк, – тине ул.

Кәңәшмәлә республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев еңел сәнәғәт һәм халыҡ художество кәсептәре предприятиеларына ярҙам саралары тураһында һөйләне. Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге директоры Сергей Севницкий ойошмаһының эшмәкәрлеге һәм киләсәккә пландары менән таныштырҙы.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас