+21 °С
Болотло


“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 22 декабрҙә Өфө дәүләт авиация техник университетының барлыҡ корпустарынан студенттарҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе ашығыс рәүештә сығарғандар.
Асыҡланыуынса, биналарҙа янғын сигнализацияһы эшләгән. Студенттарҙы өйҙәренә ҡайтарғандар. Шул уҡ ваҡытта Өфөләге 91-се гимназияла ла уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға бинаны ҡалдырып торорға ҡушылған.
Биналарға ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре килгән. Сәбәптәр асыҡлана.
Фото: “Башинформ”.