Хәүефһеҙлек
22 Декабрь 2021, 16:00

Вокзал үткәүелендә йоҡлап китеп...

Был 165 мең һум аҡсаны уҡыу өсөн түләргә тейеш булған.

Вокзал үткәүелендә йоҡлап китеп...Вокзал үткәүелендә йоҡлап китеп...
Вокзал үткәүелендә йоҡлап китеп...

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфөләге дежур бүлегенә 29 йәшлек ҡала кешеһе 165 мең һум аҡсаһы юғалыуы тураһында мөрәжәғәт иткән.

Ирҙең һөйләүе буйынса, ул Һамарға төнгө поезд менән китер өсөн тимер юл вокзалына килгән. Тик хәлдәр үҙгәреп киткәнгә, билетын кире биреп, яңыны алған - Мәскәүгә иртәнге поезға.

Ваҡыт күп булғанлыҡтан, өйөнә ҡайтырға ҡарар итә, туҡталышта автобус көткәндә һыра эсергә уйлай. Ел-бурандан ҡасып, көплө үткәүелгә инә лә баҫҡысҡа ултыра. Ҙур суммала аҡса һалынған портфелен эргәһенә ҡуйып, йоҡомһорай. Бер аҙҙан вокзал хеҙмәткәре уятҡас, аҡсаһы юғалғанлығын күрә. Хәҙер инде уға Мәскәүгә алған билетын да кире бирергә тура килә, ни өсөн тигәндә, аҡсаһыҙ унда барыуҙан фәтүә юҡ - уҡыуына түләү өсөн була ул.

"Транспорт полицияһы хеҙмәткәрҙәре уғрыны тиҙ асыҡлай. Шиккә алыныусы вокзалда "эҫе" мәлендә тотола. Ул - 56 йәшлек Ҡариҙел районы кешеһе. Ир Өфөгә дауаханаға килгән, бер нисә көн тикшереү үтергә кәрәк булғанға, төндәрен һәм буш ваҡытын вокзалда үткәргән", тип һөйләгәндәр транспорт полицияһы матбуғат хеҙмәтендә.

Көплө урындан үткәндә ул йоҡлап ултырған егетте, эргәһендәге дипломатты күрә. Ҡыҙыҡһынып портфелде асып ҡарай. Был "бәхетле" осраҡты ҡулынан ысҡындырырға теләмәйенсә, аҡсаны урлай. Тотолған мәленә аҡсаның мең һумын тотоноп та өлгөргән була. Ҡалған сумманы полицейскийҙар тартып алып законлы эйәһенә тапшыра.

Шиккә алыныусыға ҡарата урлашыу статьяһы буйынса енәйәт эше асылған, һаҡ аҫтына алыу тураһында ла һорау ҡарала. Был статья буйынса уғры биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе мөмкин.

Фото: Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас