Хәүефһеҙлек
23 Декабрь 2021, 12:40

Хәүефһеҙлек мәсьәләләре тикшерелде

Ултырышта шулай уҡ 2022 йылға эш планы раҫланды.

Хәүефһеҙлек мәсьәләләре тикшерелдеХәүефһеҙлек мәсьәләләре тикшерелде
Хәүефһеҙлек мәсьәләләре тикшерелде

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров террорсылыҡҡа ҡаршы комиссия менән төбәктәге оператив штабтың берлектәге ултырышын үткәрҙе. Унда Яңы йылға һәм Христос Раштыуаһына арналған сараларға әҙерлек һәм уларҙы үткәреү осоронда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләре, шулай уҡ 2022 йылға берлектәге эш бурыстары тикшерелде.

– Яңы йыл байрамы башланды, тиергә лә мөмкин. Мәҙәниәт, мәғариф ойошмаларында Шыршы байрамдары үтә. Ғинуарҙағы каникулды иҫәпкә алып, 200-гә яҡын сара көтөлә. Уларҙа 300 мең кеше ҡатнашасаҡ. Һәр төрлө күмәк саралағы кеүек үк, беҙҙән ҙур иғтибар һәм тулы әҙерлек талап ителә, – тине Радий Хәбиров. – Пандемиянан, сикләүҙәрҙән барыһы ла арыны. Кешеләр байрамды тойорға, яҡшы ял итергә, сағыу тәьҫораттар тупларға тейеш. Ә был, коллегалар, күп йәһәттән беҙҙең һөҙөмтәле эшебеҙгә бәйле.

Ултырышта республиканың дәүләт власы органдары вәкилдәре, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы, прокуратура, Федераль именлек хеҙмәтенең төбәк идаралығы, Росгвардия, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Тәфтиш комитеты  етәкселәре ҡатнашты. Улар иҫкәртеү һәм рейд саралары үткәреү пландары, оператив хеҙмәттәрҙең Яңы йыл байрамында эшкә әҙерлеге тураһында хәбәр итте, ирҙәр командалары араһында Волейбол буйынса донъя чемпионаты матчтарын үткәреү һәм инфраструктура объекттарын террорсылыҡтан һаҡлау, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Мәғлүм булыуынса, киләһе йылдың 26 авгусынан 11 сентябренә тиклем Өфөлә һәм Рәсәйҙең тағы ла туғыҙ ҡалаһында турнир матчтары уҙғарыла.

Ултырышта шулай уҡ террорсылыҡҡа ҡаршы муниципаль комиссияларҙың эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм 2022 йылға эш планы раҫланды.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/148586.html

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас