

Тәбиғәттең ҡырҡҡа төрләнеп, бер йылытып, бер һыуытып тороуынан, йә буранлап ҡар яуыуынан ҡыйыҡ баштарына ҡарлы-боҙло өйөмдәр йәбешеп, боҙбармаҡтар эленде. Шул сәбәпле бәхетһеҙлеккә тарығандар ҙа бар.
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Өфөлә мәктәпкә тип йыйынып сыҡҡан 11 йәшлек малай дауаханаға эләккән. Черниковка биҫтәһенең Интернациональ урамындағы 129-сы йорт ҡыйығынан баланың башына боҙ ҡатыш ҡар өйөмө төшкән. Был хаҡта Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр иткәндәр.
Һөҙөмтәлә малайҙың башы яраланған. Шуға ҡарамаҫтан, мәктәпкә барып еткән. Унан ата-әсәһе килеп алған. Әле бала дауаханала. Күңелһеҙ хәлдең сәбәптәре асыҡлана.
Боҙҙан һаҡ булайыҡ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында балаларға йыш әйтеп торайыҡ.
Фото: Граждандарҙы яҡлау идаралығы.