Хәүефһеҙлек
24 Декабрь 2021, 11:00

Янғын иҫкәрткестәр ҡуйығыҙ!

Биш йыл эсендә ошо бәләкәй генә прибор ярҙамында 677 кешенең, шул иҫәптән 265 баланың ғүмере һаҡлап алып ҡалынған.

Янғын иҫкәрткестәр ҡуйығыҙ!Янғын иҫкәрткестәр ҡуйығыҙ!
Янғын иҫкәрткестәр ҡуйығыҙ!

Республикаға идара итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәр араһында юлды төҙөкләндереү мәсьәләләре беренсе урында тора, ошо турала 120 мөрәжәғәт теркәлгән, икенсе урында – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (73 мөрәжәғәт), өсөнсөлә – социаль өлкә (70), төҙөкләндереү (68), коронавирус инфекцияһына ҡағылышлы 11 һорау килгән.

Байтаҡ проблемалар хәл ителгән, мәҫәлән, Благовещен ҡалаһында 4-се мәктәп эргәһендә урамдар яҡтыртылған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала янғындар йыш сыға. “Ҡыҙыл әтәс”те иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы - янғын иҫкәрткестәр урынлаштырыу.

Республикала Башҡортостанда йорттарға янғын хаҡында иҫкәртеүсе ҡулайламалар ҡуйыу программаһы әүҙем ғәмәлгә ашырыла. Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, янғынды иҫкәртеүсе автономиялы ҡорамалдар бюджет иҫәбенә йорттарға 2016 йылдан башлап ҡуйыла башланы.

Ошо турала "Сәләм" тапшырыуының тура эфирында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы вәкиле Алик Шәрәфетдинов бәйән итте.

“Иң тәүҙә улар менән социаль яҡтан хәүефле ғаиләләр тәьмин ителде. Һуңынан был категорияға аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр ҙә өҫтәлде. 2018 йылдан алып балалары тыуған һәр ғаиләгә был ҡоролма бирелергә тейеш. Ә 2019 йылдан приборҙы бушлай алырға тейешле граждандарҙың яңы категорияһы билдәләнде. Улар – 55 йәшлек һәм унан өлкәнерәк яңғыҙ йәшәгән кешеләр, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалидтары.

Күптән түгел ҡарарға яңы үҙгәрештәр индерелде: янғынды иҫкәртеүсе автономиялы ҡорамалдар бюджет иҫәбенә һуғыш балаларына, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына һәм инвалидтарына, хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булған федераль һәм республика властары органдары хеҙмәткәрҙәренең ғаиләләренә лә ҡуйыласаҡ.

Консерва банкаһына оҡшаш ҙур булмаған электр ҡоролмаһы бәләкәй генә батарейка ярҙамында эшләй. Иҫкәрткесте йоҡо һәм йәшәү бүлмәләренең түбәһенә беркетәләр. Әгәр фатирҙа янғын башланһа, төтөндө һиҙеү менән ҡулайлама сыйылдай башлаясаҡ.  

Һаҡ булығыҙ, Башҡортостанда янғын иҫкәрткестәре ҡуйыуға бәйле мутлыҡ осраҡтары ла теркәлгәне бар. Үҙҙәрен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тип танытып, ҡиммәт хаҡҡа янғын иҫкәрткесе һатып алырға мәжбүр итеп, бынан тыш, уны ҡуйыу өсөн өҫтәмә хаҡ һорап йөрөүселәр ҙә булды.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт махсус формала йөрөй, мотлаҡ рәүештә танытмаһын күрһәтә һәм ҡулайлама ҡуйырға тәҡдим итә генә ала.

Биш йыл эсендә ошо бәләкәй генә прибор ярҙамында 677 кешенең, шул иҫәптән 265 баланың ғүмере һаҡлап алып ҡалынған.

Әлбиттә, хатта иң заманса янғын иҫкәртеү ҡулайламаһы ла бәлә-ҡазанан тулыһынса йолоп ҡала алмай. Иң һөҙөмтәле һәм файҙалы алым — иҫкәртеү һәм контроль”, - тип кәңәш бирҙе тура эфирҙа Алик Шәрәфетдинов.

Фото: Башҡортостан юлдаш телеканалы сайты.

#ЦУРБашкортостан #Салям

Автор:Римма Султанова
Читайте нас